-2 °С
Болотло
Ҡунаҡтарҙы - Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡорт АССР-ының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Композиторҙар союзы рәйесе, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры, композитор Ләйлә Заһир ҡыҙын һәм мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙын муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев һәм Сермән ауыл хакимиәте башлығы Айытбай Әйүпов оҙатып йөрөнө.
Эш сәфәре барышында Заһир Исмәғилевтең Сермәндәге йорт-музейының артабанғы киләсәге буйынса фекер алышыу булды. Планда - уны яңынан тергеҙеү. Артабан ҡунаҡтар Сермән күп тармаҡлы ауыл клубын менән танышты һәм ауылдың крайҙы өйрәнеү музейын ҡараны.