Хәтер кисәһендә Өфө ҡунаҡтары - яҙыусының тормош иптәше, филология фәндәре докторы, профессор, әҙәбиәт белгесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәйтүнә Шәрипова, шағир, яҙыусы, драматург, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Әбүзәр, шағир, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хисмәт Юлдашев, яҙыусы, журналист, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов, Башҡортостан Яҙыусылар, Рәсәй Журналистар союздары ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан милли әҙәбиәт музейы директоры Миләүшә Ҡаһарманова, яҙыусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатова, йәш шағирә, “Башҡортостан ҡыҙы” журналы хеҙмәткәре Айзилә Мортаева, йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Римма Амангилдина ҡатнашты.
Сабир Нәғим улы тураһында йылы хәтирәләр, мәрәкә хәлдәр, шиғри шәлкемдәр күңелдәргә нур вә илаһилыҡ өҫтәне. Римма Амангилдинаның аһәңле вә ҡабатланмаҫ моңо, Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы ижади коллективтарының дәртле сығыштары кисәне йәмле, йәнле итте. Яҙыусының шәхси әйберҙәренән, китап-йыйынтыҡтарынан торған күргәҙмә лә бер кемде битараф ҡалдырманы.