Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Май 2023, 14:25

«Ауырлыҡтарҙы йырҙар менән еңәйек»

Кисә Өфөләге «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында «Ауырлыҡтарҙы йырҙар менән еңәйек» конкурсының еңеүселәрен һәм ҡатнашыусыларын бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

«Ауырлыҡтарҙы йырҙар менән еңәйек»
«Ауырлыҡтарҙы йырҙар менән еңәйек»

Конкурста республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан профессиональ белеме булмаған, әммә билдәле йырсыларҙан һис ҡалышмаған талантлы, ижадҡа ғашиҡ кешеләр ҡатнашты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,

I урынға һәм 5 000 мең һумға Йәнбикә Хәсәнова (Төмән өлкәһе) лайыҡ булды.

II урынды һәм 3 000 һумды Ризидә Әхмәтшина (Шишмә районы Иҫке Ябалаҡлы ауылы) алды.

III урынға һәм 2 000 мең һумға Гөлнәфис Әсәҙуллина (Әбйәлил районы, Мәхмүт ауылы) лайыҡ булды.

💐Бөтә ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырылды. Барығыҙҙы ла ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: