Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Июнь 2023, 12:34

Иҙел башының йөҙөк ҡашы - "Еңгәләр"

Асы ауылында матур байрам үтте. Районыбыҙҙағы билдәле коллективтарының береһе  Асы мәҙәниәт йортоноң “Еңгәләр” халыҡ фольклор ансамбле үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

Иҙел башының йөҙөк ҡашы - "Еңгәләр"
Иҙел башының йөҙөк ҡашы - "Еңгәләр"

Районда һәр мәҙәни сара “Еңгәләр” халыҡ фольклор ансамбленән тыш үтмәй тиергә мөмкин. Төрлө район, республика кимәләндәге мәҙәни сараларҙа, һабан туйҙарында, кисәләрҙә халыҡҡа йыр-моң, боронғо йолаларҙы тергеҙгән, быуындар бәйләнешенең өҙөлмөүен тәьмин иткән коллективтың барлыҡҡа килеүенә 25 йыл ваҡыт үтеп тә киткән.

Коллективҡа үҙ эшенең оҫтаһы Йәмилә Сәлимйәнова оҙаҡ йылдар етәкселек итә, төрлө быуын халыҡ таланттарын бергә туплап, уларҙы уңыштарға сәмләндерә.

Байрамда Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының бүлек начальнигы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов, район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ольга Овчинникова, Район мәҙәниәт йорто директоры Әлиә Вәлиева, Белорет тарихи-крайҙы өйрәнеү хеҙмәткәре Зилә Абзалова, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Зәлифә Әғләмова һәм Татьяна Габова, коллегалары һәм башҡалар сығыш яһап, коллективты ҡотланы.

“Еңгәләр”ҙең элекке һәм хәҙерге составы ағзалары Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

Байрам концертында Сермән күп тармаҡлы ауыл клубының “Хәтирә” һәм “Үткәл мәҙәниәт йортоноң “Үткәл халыҡ фольклор ансамблдәре юбилярҙы ҡотланы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: