Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Август 2023, 16:28

Өфөлә балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре хаҡында «Беҙҙе ҡалдырмағыҙ» фильмы төшөрөлә башланы

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренә арналған «Беҙҙе ҡалдырмағыҙ» тулы метражлы художестволы фильмы төшөрөлә башланы. Уның нигеҙендә — билдәле башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма мине, әсәй!» повесы.

Өфөлә балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре хаҡында «Беҙҙе ҡалдырмағыҙ» фильмы төшөрөлә башланы
Өфөлә балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре хаҡында «Беҙҙе ҡалдырмағыҙ» фильмы төшөрөлә башланы

Съемканың тәүге көндәре Иглин районының Охлебинин ауылында үткән. Унда, фильмдың тәүге майҙансығында, сиркәү янында кинематографистар, йолаға ярашлы, тәрилкәне ярған. 

Рус телендәге фильм Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы тарафынан төшөрөлә. Китап буйынса сценарийҙы Мәғәфүр Тимербулатов яҙған. Фильмды тәжрибәле режиссер Вилюрә Иҫәндәүләтова төшөрә — тулы метрҙа был уның дебют кинокартинаһы.

Төп ролдәрҙә Ансар Шәйәхмәтов, Григорий Казаков, Семен Шарыгин, Сәйҙә Әминева, Эльмира Юлдашева уйнай. Шулай уҡ съемкаларҙа билдәле башҡорт актерҙары Алмаз Әмиров, Фирғәт Ғарипов, Айһылыу Йомағолова һәм башҡалар ҡатнаша.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма мине, әсәй!» автобиографик әҫәре балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренең ауыр яҙмышы хаҡында. Повесть бик күп телдәргә тәржемә ителгән, уҡыу программаларына индерелгән, бестселлер тип иғлан ителгән. Әҫәр буйынса ҡуйылған спектаклдәр Башҡортостан, Татарстан, Бүрәт, Ҡалмыҡстан Республикалары һәм Ҡаҙағстан театрҙарында ҙур уңыш менән бара.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: