Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Сентябрь 2023, 16:20

Ғилемле булыу - фарыз эш

Ҡаланың ял паркында “Китап уҡыусы Белорет” исемле күркәм фестиваль уҙҙы. Район-ҡала китапханалары ойошторған йомғаҡлау сараһы йәйге уҡыу залын ябыуға арналды.   

Ғилемле булыу - фарыз эш
Ғилемле булыу - фарыз эш

- Быйылғы йыл әҙәбиәт өлкәһендә билдәлелек яулаған башҡорт һәм рус классиктарының юбилей даталарына бағышланды. Ҡаланың ял паркында ойошторолған уҡыу залына ла тап ошо әҙиптәрҙең китаптарын алып сығырға тырыштыҡ. Әйткәндәй, йәй буйы уҡыу залынан кеше өҙөлмәне. Ҡыҙыҡлы уйын-конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, фәһемле осрашыуҙар һәммәһенең күңеленә хуш килде, - ти Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһы етәксеһе Флүрә Шакирова. 

Фестиваль программаһы һәләк йөкмәткеле, мауыҡтырғыс ине. Йәйге уҡыу залын тантаналы рәүештә япҡандан һуң, сәхнәгә күңелдәрендә шиғри ут йөрөткән китап һөйөүселәр күтәрелде. Аһәңле поэтик майҙан айырыуса оло быуын вәкилдәрен ылыҡтырҙы.

Парк буйлап теҙелеп киткән майҙансыҡтарҙа китап күргәҙмәләре, оҫталыҡ дәрестәре, ҡыҙыҡлы уйын-конкурстар, “детектив  тикшереүҙәр”, фәһемле осрашыуҙар ойошторолдо.

Шығай, Үткәл, Сосновка, Хөсәйен, Әхмәр ауыл модель китапханалары  әҙерләгән һый-ниғмәт тулы өҫтәл артында ҡунаҡтарҙы XIX быуаттың рус әҙәбиәте классиктары - А.С. Пушкин, Л.Н. Толстой, А.И. Куприн, И.А. Бунин “ҡаршы алды”.  Фестивалгә килеүселәр хатта бөйөк әҙиптәр яратҡан, үҙ әҫәрҙәрендә сағылдырған тәғәмдәрҙән ауыҙ итте. Тимер юл, Ломовка ауыл китапханалары ла олоһон-кесеһен ҡайнар сәй, тәмле бөйөрөктәр менән һыйланы.

Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһы мәктәп уҡыусылары менән быйыл юбилей даталары билдәләнгән башҡорт яҙыусылары, шағирҙары тураһында әңгәмә ҡорҙо. Ҡыҙ-малайҙар яңы нәшер ителгән китаптар менән танышты, һорауҙарға яуап биреп, белемдәрен һынаны.

Ҡаланың үҙәк китапханаһы майҙанында ябай китап уҡыусылар ысын мәғәнәһендә детектив-шымсыларға әйләнде. Библиографик тикшереү мәлендә улар авторҙарҙың әҫәрҙәре, тормоштарына бәйле факттар арҡылы исем-шәрифтәрҙе, йыйынтыҡ атамаларын фаразланы. Отҡорҙар иһә китап менән бүләкләнде.

“Күк ҡош” балалар уҡыу үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡыҙ-малайҙарға үҙҙәрен ҡурсаҡ театры актерҙары итеп тойорға мөмкинлек бирһә, ҡаланың маһирҙар берекмәһе китап биттәренә таҫма-ҡыҫтырғыстар эшләргә өйрәтте.

47-се, 49-сы һанлы китапханалар әҙерләгән мауыҡтырғыс конкурстар сәнғәт төрҙәренә арналды. Ә инде махсус ҡунаҡ - нейрографика инструкторы Алена Хлесткина бөгөнгө көндә популяр һаналған психологик алымдың йәғни арт-терапияның мәғәнәһенә төшөнөргә ярҙам итте.  

Балалар художество мәктәбе майҙансығы ла буш торманы - талантлы педагогтар уҡыусыларға төҫлө ҡағыҙҙарҙан сағыу китап билдәләре эшләргә өйрәтте.

Дин вәкилдәре тәҡдим иткән дини әҙәбиәт, календарҙар, әхлаҡи темаларҙы яҡтыртҡан балалар китаптары шулай уҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Иҙел башы халҡын мәҙәниәтле, ғилемле булырға өндәгән, китап уҡыуҙы популярлаштырған фәһемле сара һәммәһенә лә яҡшы кәйеф өләште.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: