Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Декабрь 2023, 18:18

Яңы йылға - яңы мәҙәни үҙәк

Бөгөн Тирлән ауылында көтөп алынған ҡыуаныслы ваҡиға - ниһайәт, заманса социаль-мәҙәни үҙәк үҙ ишектәрен асты.

Яңы йылға - яңы мәҙәни үҙәк
Яңы йылға - яңы мәҙәни үҙәк

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 3,2 мең квадрат метр майҙанды биләгән был уникаль объект “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы ғәмәлгә ашырылды. Төҙөлөш иһә өҙлөкһөҙ рәүештә ике йыл дауамында барҙы.

Төйәгебеҙгә хас ҡунаҡсыллыҡ, ихласлыҡ менән ҡаршы алды ҡунаҡтарҙы тирләндәр. “Иҙел башы” халыҡ ҡурайсылар ансамбленең ҡурай моңдарын, В. Чернов исемендәге казак йырҙары халыҡ ансамбленең дәртле йырҙарын тыңлап, ҡымыҙҙан, икмәк-тоҙҙан ауыҙ иткәс, социаль-мәҙәни үҙәк буйлап экскурсия ойошторолдо.

 Эйе, түҙгәнгә - түш ите: ике ҡатлы мөһабәт, иркен үҙәк урындағы халыҡтың ижади потенциалын, мәҙәниәтте үҫтереү, талантлы балалар тәрбиәләү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирәсәк. Бынан ары ауыл мәҙәниәт йорто, балалар сәнғәт мәктәбе, ике китапхана үҙ эшен бер ҡыйыҡ аҫтында дауам ҡыла. Ә инде 300 урынлыҡ тамаша залы, кафетерий, электрон уҡыу залы, тауыш яҙҙырыу студияһы, тренажер залы, балалар өсөн уйын бүлмәһе, ял итеү һәм аралашыу зоналары әле үк һәммәһен дә ҡабул итергә әҙер.

 Байрам тантанаһында хөрмәтле ҡунаҡтар - район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ольга Овчинникова һәм башҡалар ҡатнашты. Әлбиттә, тирләндәр өсөн генә түгел, район, республика өсөн әһәмиәтле ваҡиғанан төбәк Башлығы Радий Хәбиров та ситтә ҡалманы. Тап уның фатихаһы менән социаль-мәҙәни объект рәсми рәүештә асыҡ тип иғлан ителде.

Яңы мәҙәниәт үҙәгенең символик асҡысын тапшырыу хоҡуғы абруйлы ҡунаҡ - Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡоваға бирелде. Асҡысты иһә Район мәҙәниәт йорто директоры Әлиә Вәлиева ҡабул итте.

Һәр йәһәттән шатлыҡлы, тантаналы көндә намыҫлы хеҙмәттәре, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлектәре арҡылы оло баһаға лайыҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының, муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Тирлән ауылының иң хөрмәтле кешеләренең береһе, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, герой әсәһе Рена Ивановна Кәримованың сығышын, изге теләктәрен барыһы ла бик йылы ҡабул итте.

 Район-ҡаланың иң талантлы, сағыу ижади коллективтары, һәүәҫкәрҙәр ҡатнашлығындағы байрам концерты иһә күңелдәргә илһам, шатлыҡ тойғолары өләште . 

Һис шикһеҙ, бөтөн уңайлы шарттар, мөмкинлектәр менән тәьмин ителгән заманса үҙәк урындағы халыҡҡа ғына түгел, ә яҡын-тирәләге ауылдар өсөн дә яңы ижади киңлеккә, берҙәмлек һәм дуҫлыҡҡа юл асҡан  мәҙәни мөхит булыр.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: