Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Ғинуар , 12:03

Рухи кинәнес биргән осрашыу

Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһында талантлы шағирә, тәжрибәле журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, муниципаль район Советының “Ағиҙел өҫтөндәге йәйғор” әҙәби премияһы лауреаты, Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар берлеге ағзаһы, бер нисә китап авторы Зөлфирә СӨЛӘЙМӘНОВАның ижад кисәһе уҙҙы.  

Рухи кинәнес биргән осрашыу
Рухи кинәнес биргән осрашыу

Ғафури районы Толпар ауылында донъяға килеп, байтаҡ ғүмер Белорет ҡалаһында йәшәгән, әлегәсә хеҙмәт йөгөн тартҡан йор һүҙле, йырлы күңелле әҙибәне тәбрик ҡылырға тип, уның ижадташ дуҫтары, оҙаҡ йылдар бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, яҡындары йыйылды. Мәртәбәле саранан йәш китап һөйөүселәр - ҡаланың лицей-интернат тәрбиәләнеүселәре лә ситтә ҡалманы. 

Әҙәби даирәлә танылыу яулаған шағирәнең күркәм юбилейына, ижадына арналған осрашыуҙы әҙерләп алып барған башҡорт китапханаһы етәксеһе Флүрә Шакирова уның тормош һәм ижад юлы, ҡаҙаныштары тураһында бәйән ҡылды.

- Зөлфирә Зөлфәр ҡыҙының талантына, кешелек сифаттарына һоҡланмау мөмкин түгел. Тәбиғи һәләте менән генә түгел, ябайлығы, ихласлығы, тыйнаҡлығы, фиҙаҡәрлеге менән дә ихтирамлы шәхес ул. Ҡасан ярҙам һорап мөрәжәғәт итмә, кире ҡаҡмай, китапханала уҙған һәр сараны тиерлек уның шиғри юлдары биҙәй, - тип билдәләне Флүрә Абдулхай ҡыҙы.

Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар берлегенең элекке етәксеһе, Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, яҙыусы, йәмәғәтсе Мансур Һиҙиәтов та юбиляр тураһында ихлас, йылы һүҙҙәр әйтте. “Зөлфирәнең шиғриәте тәрән фекерле, төплө, уҡымлы булыуы менән айырылып тора. Юҡҡа ғына “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһынан тәүгеләрҙән булып Башҡортостан Яҙыусылар союзына ағза итеп алынмаған бит ул!” - тине Мансур Яҡшыбай улы.

Зөлфирә Сөләймәнова менән оҙаҡ йылдар “Урал” гәзите редакцияһында бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, билдәле әҙибә һәм журналистар Фәриха Вәлиуллина, Гөлсөм Мостафина ла матур хәтирәләре менән уртаҡлашты, ижадсының талантына һоҡланыуҙарын белдерҙе. Уларҙың һүҙҙәрен олпат йәштәге коллегалары Әминә Килдейәрова ла ҡеүәтләне.

“Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова Зөлфирә Зөлфәр ҡыҙының яуаплы, фиҙаҡәр хеҙмәткәр, һәләтле ижадсы ғына түгел, үтә сабыр, наҙлы ҡатын-ҡыҙ, яҡшы әсәй, өс ейән-ейәнсәргә хәстәрлекле өләсәй, уңған хужабикә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.  

 Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар берлеге етәксеһе Әлиә Саматова, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Эльза Мөхәмәҙиева шағирәне тәбрикләп, башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә, бәҫен күтәреүгә, пропагандалауға ҙур көс һалғаны өсөн Маҡтау грамоталары менән бүләкләнеләр.

“Урал” гәзитенең тоғро дуҫы, әүҙем авторҙарҙың береһе Франгил Ғәлиев, Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар берлеге ағзаһы Альбина Хәйретдинова Зөлфирә Зөлфәр ҡыҙына иң изге теләктәрен, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙеләр.

Зөлфирә Сөләймәнованың ҡабатланмаҫ күңел мәрйендәре - шиғырҙарын уҡып ишеттергән ҡала лицей-интернаты тәрбиәләнеүселәре, китапхана хеҙмәткәрҙәре авторҙың үҙенә генә хас илаһи моңон йәнә бер тапҡыр асып һалды.

Тормошҡа самими күҙлектән, пак уй-ниәттәр менән баҡҡан, йәшәйештең асылын, хәҡиҡәтте үҙ шиғырҙары арҡылы сағылдырған ижадсының үҙенсәлекле донъяһын, рухиәтен байҡатҡан әҙәби осрашыу һәр кемде күңел кинәнесенә тейендерҙе.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: