Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Март , 15:18

85 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Республиканың иң данлыҡлы бейеү коллективы - Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙенең юбилейын билдәләй.

85 йыллыҡ юбилейын билдәләне
85 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Донъяның күп илдәрендә Башҡортостандың милли мәҙәниәте тураһында һөйләгән визит карточкаларының береһе. Ошо уңайҙан дәүләт концерт залында ғәскәровсыларҙың иң яҡшы номерҙары менән матур шоу үтте.

Һәм бер төркөм артистар дәүләт наградалары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнде.  

Хореография сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнгән балет артистары араһында Уҫманғәле егете Айнур Нәғимовтың булыуы ла ҡыуаныслы.

Яҡташыбыҙға яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ.

Автор:
Читайте нас: