Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса советнигы, “Башопера”ның художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡов, Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, учреждение етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
- Һеҙҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән, үҙемдән һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым. Бөгөнгө көндә мәҙәниәтебеҙҙең йөҙө - матур, һоҡланғыс, юғары һөнәри һәм рухи. Былар барыһы ла һеҙҙең хеҙмәтегеҙ һәм талантығыҙ, илһамығыҙ һәм мәҙәниәткә индергән өлөшөгөҙ арҡаһында. Беҙ бөгөн Радий Фәрит улының һиҙгер етәкселеге аҫтында матур республикабыҙ һәм уның һәр кешеһе мәнфәғәтенә эшләйбеҙ. Һуңғы ваҡытта шәп мәҙәни проекттар барлыҡҡа килде, йолаларыбыҙ ҙур һөйөү менән һаҡлана. Быйыл мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә тағы ла күп яңылыҡтар күрерһегеҙ. Ошондай етәкселек ярҙамы, һеҙҙең талантығыҙ менән беҙ күп тауҙарҙы яуларбыҙ. Барығыҙға ла илһам теләйем; сәхнәлә сығыш яһаусыларға рәхмәтле тамашасылар, тулы залдар; китапханаларҙа һәм музейҙарҙа эшләүселәргә һоҡланғыс тамашасылар; үткәндәрҙе һаҡлаусыларға яңы асыштар теләйем һәм быларҙың барыһын да киләсәк быуынға тапшырыу өсөн һаҡлағыҙ. Байрам менән йәнә бер тапҡыр, барығыҙға ла һаулыҡ һәм уңыштар теләйем!- тине мәҙәниәт министры телмәрендә.
Һөнәри байрамдары алдынан район-ҡала мәҙәниәте үҫешенә өлөш индергән хеҙмәткәрҙәр - ҡаланың балалар музыка мәктәбе директоры Гүзәлиә Низамова һәм Асы ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Йәмилә Сәлимйәнова “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!