Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Апрель , 11:17

Зәңгәр экрандарға сыға

Районда төшөрөлгән "Точка ноль. Эпицентр" тип аталған нәфис фильм оҙаҡламай тамашасыға тәҡдим ителә.

Зәңгәр экрандарға сыға
Зәңгәр экрандарға сыға

4 апрелдән уны ИВИ онлайн-кинотеатрында, ә бер аҙҙан “НТВ»  каналында күрһәтә башлайҙар. Картинаның режиссеры - Сергей Пикалов, төп ролдәрҙең береһен билдәле актриса Марина Александрова башҡара.

Фильмдың сюжеты буйынса тәжрибәле вирусолог Мәскәүҙәге тормошон ҡалдыра һәм Новосибирскиҙағы ғилми-тикшеренеү үҙәгенә эшкә күсә.  Алыҫ ауылда билдәһеҙ сир тоҡана...

Картинаның төп эпизодтарын былтыр йәй Нура, Ишле ауылдарында һәм "Морат" тау саңғыһы үҙәгенән алыҫ түгел шәхси ҡунаҡханала төшөрөлдө. Унда Белорет ҡалаһы һәм районы халҡы ла ҡатнашты. Белореттар күмәк сәхнәләрҙә төштө, реквизиттар, транспорт менән ярҙам итте.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: