Фестиваль өлкән быуын кешеләренең ижади потенциалын асыу маҡсатында үткәрелә, уларҙың хәҙерге донъяла тулыраҡ социаль адаптацияһына булышлыҡ итә.
Белорет районы “Белореттар - беҙ бергә!” концерт программаһын тәҡдим итте. Программала ҡурсаҡтар һәм актерҙар театр-студияһы (етәкселәре - Елена Колмацкая), "Кирәл" гармунсылар ансамбле (етәкселәре - Наил Хәмзин), "Вдохновение" бейеү ансамбле (етәк. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ирина Михайлова), "Житница" фольклор ансамбле ( Александр Житнюк), шулай уҡ "Өлкәр" башҡорт мәҙәниәте үҙәге етәксеһе - Сәғирә Ғәлиуллина, Үҙәнбаш ауылынан Заһир Муллағәләмов һәм Сермән сәнғәт мәктәбе ҡурайсыһы Ласын Мәғәфүров ҡатнашты.
Үҙешмәкәр артистарҙың сығышын мәртәбәле жюри баһаланы. Уның составына Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы - Нәзифә Ҡадирова, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ инструменттары оркестрын ойоштороусы һәм етәксеһе - Рәмил Ғәйзуллин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарының) Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары - Райхана Абдулхаева, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы - Әлфиә Юлсурина, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, фестивалдең гала-концертының баш режиссеры Лилиә Иванова инә.
Ҡатнашыусыларыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ һәм Өфө ҡалаһында Гала-концертта осрашыуға тиклем !