Коллектив етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иршат Шәғәлин бөтәһенең нисек башланып китеүе, ошо 40 йыл дауамында уларҙы оҙатып барған ауырлыҡтар һәм уңыштар тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ул шулай уҡ мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм киләһе быуындарға тапшырыу мөһимлеге тураһында һөйләне. “Үткәл” ансамбле 1984 йылда ойошторола. 2004 йылда юғары башҡарыу оҫталығы өсөн ансамблгә “халыҡ” исеме бирелә. 2023 йылда коллектив юғары исемен уңышлы яҡлай, тамашасылар һәм жюри ағзалары алдында "Туй йолалары”н тәҡдим итә.
Байрамда мәҙәниәт идаралығы начальнигы - Ольга Овчинникова, Район мәҙәниәт йорто директоры - Әлиә Вәлиева, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре - Зәлифә Әғләмова һәм Татьяна Габова, ветерандар советы рәйесе - Фәтих Мөхәмәтдинов, "Урал" гәзите баш мөхәррире - Сатура Минһажетдинова ҡатнашты.
Юбилей кисәһе сиктәрендә башҡорт мәҙәниәтен һаҡлаған һәм үҫтергән өсөн Үткәл ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә һәм ансамблдә ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырылды. Юбилейҙа ҡатнашҡандарҙың барыһы ла Белорет районы муниципаль район Советының, Белорет районы хакимиәтенең, Белорет районы мәҙәниәт идаралығының, Район мәҙәниәт йортоноң Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Байрам район мәҙәниәт йорто коллективтарының ижади бүләктәре менән үрелеп барҙы. “Еңгәләр” халыҡ фольклор коллективы, “Хәтирә” халыҡ фольклор ансамбле, “Әхираттәр” халыҡ фольклор коллективы, “Гөлнәзирә” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле, Наил Хәмзин, Рафаил Сәлиховтар Иҙел башының мәҙәни традициялары байлығын күрһәтеп, үҙҙәренең номерҙарын тәҡдим итте.