Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Май , 17:20

"Ҡала ла үҫкән, конкурс та юғары кимәлгә күтәрелгән"

Бөгөн конкурс сиктәрендә сығыш яһаған 42 ансамбль араһында республиканың төньяҡ-көнсығышында  урынлашҡан Ҡыйғы районы вәкилдәре 20-се булып сығыш яһаны. Тулҡынланыуҙар артта ҡалды, хәҙер уларға башҡаларҙың сығыштарын тыңлап, тағы ла тәжрибә туплап, ә иртәгә инде еңеүселәр араһында коллективтың да исемен ишетеү ҡалды.  

"Ҡала ла үҫкән, конкурс та юғары кимәлгә күтәрелгән"
"Ҡала ла үҫкән, конкурс та юғары кимәлгә күтәрелгән"

“Фантазия”  - вокал сәнғәтен яратҡан һәм аңлаған фекерҙәштәр коллективы. Гүзәл заттарҙан торған ансамбль репертуарында эстрада йырҙары менән бер рәттән классик композиторҙарҙың вокаль әҫәрҙәре лә мөһим урын биләй. Гүзәлиә Ғималова етәкләгән квинтет ағзалары барыһы ла профессиональ, музыкаль белемгә эйә. Улар барыһы ла Ҡыйғы музыка мәктәбе педагогтары. Берҙәм, бер коллективта эшләүҙән тыш, был гүзәл заттарҙы йыр-моңға булған һөйөү ҙә берләштерә.  

“Фантазия” ансамбле 1998 йылда ойошторола. Үҙ эшмәкәрлеге осоронда коллектив күп һанлы конкурстар һәм фестивалдәр лауреаттары һәм дипломанттары була, ә 15 йыл элек уға “халыҡ” исеме бирелә.

Академик ансамблдәр номинацияһында сығыш яһаған  “Фантазия” халыҡ вокал ансамбле, конкурс талаптарына ярашлы, “Ночка луговая” (Г.Дегтярев музыкаһы, А.Ходаков һүҙҙәре), “Тучи в голубом” (А.Журбин, В.Аксенов, П.Синявский) һәм Э.Уэбберҙың “Память” әҫәрҙәрен башҡарҙы.

Әйткәндәй, матур, ҡунаҡсыл Иҙел башына уларҙың тәүгә генә килеүе түгел. Бынан 14 йыл элек “Иҙел башы йондоҙҙары” XI төбәк-ара хорҙар һәм вокаль ансамблдәр фестивалендә үҙҙәрен һынап ҡараған да инде, дипломант та булғандар. Ансамбль етәксеһе Гүзәлиә Альберт ҡыҙы әйтеүенсә, 14 йыл дауамында ҡала тағы ла матурайған, үҫкән, конкурс тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәрелгән. Улар ҙа был мәртәбәле конкурсҡа тәжрибә туплаған, әҙерлекле коллектив булараҡ килгән.

- Акапель һәм хәрби темаға йырҙар алып килдек. Ғөмүмән, ансамбль репертуары бай һәм  башҡорт, татар, рус йырҙары бар. Конкурс һәр ваҡыттағыса юғары кимәлдә ойошторолған. Башҡа коллективтарҙы ҡарап, улар менән яҡындан танышыу һәм аралашыу мөмкинлеге бирелде.  Сығыш яһаусылар араһында көслө коллективтар, әлбиттә,  бар. Беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел.  Быйыл еңеүебеҙгә ышанабыҙ, - тине Гүзәлиә Ғималова.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: