Металлургтар майҙанында “Иҙел башы йондоҙҙары” XI төбәк-ара хорҙар һәм вокаль ансамблдәр фестивале гөрләне. Быйылғы фестиваль Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында үтә. Конкурста Мәскәү, Свердловск һәм Силәбе өлкәләренән, Белореттан һәм Башҡортостандың башҡа райондарынан коллективтар, 500-ҙән ашыу кеше, ҡатнаша.
Ҡунаҡтарҙы, фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Салауат Кирәев сәләмләне. Муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Хәйруллин коллективтарға уңышлы сығыштар теләне.
Ҡатнашыусылар сәхнәгә сығып, тамашасыларҙы һәм бер-береһен сәләмләп, репертуарҙарынан йырҙар башҡаҙы. Ҡала Мәҙәниәт һарайының ижади коллективтары ҡунаҡтарҙы сағыу номерҙар менән ҡаршы алды.
“Иҙел башы йондоҙҙары” XI төбәк-ара хорҙар һәм вокаль ансамблдәр фестивале өс көн дауам итә. Конкурс өлөшө бөгөн, 31 майҙа, ҡала Мәҙәниәт һарайында 11:00 сәғәттә башланды. Тамашасыларҙы ҡушылырға саҡырабыҙ!