Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Июнь , 17:55

Үҙешмәкәр башҡорт халыҡ театрына лайыҡлы баһа

Ҡала Мәҙәниәт һарайының “Ирәмәл” башҡорт халыҡ театры “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды!

Үҙешмәкәр башҡорт халыҡ театрына лайыҡлы баһа
Үҙешмәкәр башҡорт халыҡ театрына лайыҡлы баһа

Халыҡ художество ижады коллективтарын дәртләндереү, үҫтереү һәм уларға ярҙам итеү, республика халыҡтарының мәҙәниәтен һаҡлау, рухи берҙәмлекте нығытыу кеүек маҡсаттарҙы күҙаллаған был наградаға үҙешмәкәр художество ижады менән 10 йылдан артыҡ шөғөлләнгән, был өлкәлә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән, республикабыҙҙың мәҙәни тормошоноң үҫешенә тос өлөш индергән ижади коллективтар хоҡуҡлы.

“Ирәмәл” башҡорт халыҡ театры етәксеһе Гөлнара Ғилманованы һәм ижади коллективты лайыҡлы баһа айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ! Артабан да ижади уңыштар, яңы ҡаҙаныштар, дәрт-дарман юлдаш булһын! Афарин, "Ирәмәл"!

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: