Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Июнь , 17:22

"Башҡортостан Республикаһы ҡурайсылар союзы" төбәк йәмәғәт ойошмаһының V съезы үтте

16 июндә Салауат районында, милли батырыбыҙҙың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған "Салауат йыйыны" республика фольклор байрамы сиктәрендә "Башҡортостан Республикаһы ҡурайсылар союзы" төбәк йәмәғәт ойошмаһының V съезы үтте.

"Башҡортостан Республикаһы ҡурайсылар союзы" төбәк йәмәғәт ойошмаһының V съезы үтте
"Башҡортостан Республикаһы ҡурайсылар союзы" төбәк йәмәғәт ойошмаһының V съезы үтте

Сара Салауат Юлаевтың тыуған яғында – Тәкәй ауылында, “Салауат ере” тарихи-мемориаль паркы биләмәһендә үтте. Унда 100-ҙән ашыу ҡурайсы, шулай уҡ фольклорсылар, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

Белорет районынан съезд эшендә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Иҙел башы” ҡурайсылар халыҡ ансамбле етәксеһе Дамир Хәсәнов, Сермән ауылы балалар сәнғәт мәктәбе директоры Ғәлим Хәйернуров һәм ошо уҡ мәктәптең ҡурай класы уҡытыусыһы Ласын Мәғәфүров ҡатнашты.

Ҡурайсыларыбыҙ маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Башҡортостан Республикаһының мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны һәм милли башҡорт музыка ҡоралы - ҡурайҙы популярлаштырғаны өсөн Ғәлим Әсләм улы һәм Ласын Зиннәт улы Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы, Дамир Басир улы еспублика халыҡ ижады үҙәгенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

 

Автор:
Читайте нас: