Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Июнь , 10:46

Традициялар шулай яңғырай

Кисә Тирлән социаль-мәҙәни үҙәгендә "Оҫталыҡ сиге" республика мәҙәни-ял учреждениелары методик хеҙмәттәре конкурсы сиктәрендә "Традициялар шулай яңғырай" семинар-практикумы үтте.

Традициялар шулай яңғырай
Традициялар шулай яңғырай

Семинарҙа рус һәм башҡорт мәҙәниәттәренең беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған йүнәлештәре тәҡдим ителде. Ломовка күп тармаҡлы ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре костюмдарҙы тергеҙеү, йыр фольклорын һаҡлау буйынса эштәре тураһында һөйләне, шулай уҡ Грант өлкәһендә проекттар төҙөү һәм тормошҡа ашырыу, видео һәм аудио яҙҙырыу өсөн заманса программалар ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы мөдире Сәғирә Ғәлиуллина коллективы һәм Район мәҙәниәт йорто методисы Нәрғизә Асҡарова менән башҡорт халыҡ кейемдәрен реконструкциялау буйынса үҙ эшен күрһәтте. Ауыл клубының ижади коллективтарында ҡатнашыусылар халыҡ музыка ҡоралдарын һәм уларҙа уйнап күрһәтте.

Мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ольга Овчинникова халыҡтарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлауҙың мөһимлеген билдәләне. Ә Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек мөдире Эльвира Ямлиханова уҡыуҙар үткәрҙе (документтарын тултырыу һәм пландар төҙөү буйынса иҫкәрмәләр бирҙе), райондың йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау йүнәлешендә ҙур эш алып барылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Семинарҙың ғәмәли өлөшөндә Үткәл ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре башҡорт бейеүе - “Үҙән буйы”, Тимер юл мәҙәниәт йорто мөдире Александр Житнюк Белорет районы территорияһында тау заводы ауылдарының көнкүреш бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре  үткәрҙе.

Семинар “Печки-лавочки” рус йыры ансамбле, “Ломовочка" халыҡ фольклор коллективы; “Ағиҙел һылыуҙары” башҡорт бейеү коллективы. "Ауаз" ҡумыҙсылар ансамбленең ижади сығыштары менән оҙатылып барҙы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: