Ҡунаҡтарҙы дәртле йыр-моң, баллы сәксәк, буҙа-ҡымыҙ менән ихлас ҡаршылаған тирмә хужалары - Сосновка һәм Тимер юл ағинәйҙәренең ҡунаҡсыллығы, алсаҡлығы байрамға үҙенсәлекле колорит, йәм бирҙе. Башҡорт халҡының
көнитмешен сағылдырған йорт ҡаралдыһы, боронғо кейем өлгөләре, биҙәүестәр, милли һый-ниғмәт бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
- Ҡала көнөндә тәүге тапҡыр ҡатнашыуыбыҙ. Музей рәүешле эшләнгән Башҡорт өйөнән көнкүреш әйберҙәрен, үҙебеҙ яһаған милли биҙәүестәрҙе килтерҙек, милли ризыҡтар әҙерләнек, - ти Тимер юл ағинәйҙәре етәксеһе Зәйлә Хәлилова.
Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының боронғо кәсеп-һөнәрҙәрҙе тергеҙеү йәһәтенән маҡсатҡа ярашлы, һөҙөмтәле эш алып барған “Аҡтамыр” халыҡ клубы (етәксеһе Сәғирә Ғәлиуллина) “Традицияларҙың яңы һулышы” исемле сағыу күргәҙмә тәҡдим итте. Маһирҙар кейеҙ баҫыу, кейеҙгә башҡорт биҙәктәрен һалыу технологияһы менән уртаҡлашты, төҫлө тәбиғи йөндән муйынсаҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы.
Инйәр ауылы ағинәйҙәренең (етәксеһе Фаягөл Сәйғәфәрова) әрмәк, буй балаҫтары ла әллә ҡайҙан иғтибарҙы тартып торҙо. Оҫта ҡуллы ағинәйҙәр - Ира Мәғрүпова менән Зөлфиә Бәҙретдинованың туҡыу станогында төҫлө йөн ептән буй балаҫ һуғыуын балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡыҙыҡһынып күҙәтте.
Һәр йәһәттән өлгөр, маһир гүзәл заттарҙың береһе - Илзиә Мөхсинованың ҡул эштәре үҙе бер сәнғәт өлгөһө.
- Ҡул эштәре менән ун йыллап шөғөлләнәм. Бөгөнгө көндә башҡорт милли кейемдәренә, биҙәүестәренә айырата диҡҡәт итәм. Хәситә, һаҡал, ҡашмау ише традицион биҙәүес-милли костюм өлөштәрен этнографтар менән кәңәшләшеп эшләргә тырышам. Өләсәйемдән ҡалған ҡомартҡыны - боронғо һаҡалды реставрациялап, өлгө булараҡ ҡулланам. Әйткәндәй, өләсәйем бик оҫта ҡуллы булған - нағышлы балаҫтар, шәлдәр һуҡҡан. Мин дә уның өлгөһөндә ҡул, аяҡ станогы һатып алып, икенсе йыл рәттән дирүгә-аҫалы балаҫтар һуғыу менән мәшғүлмен, - ти уңғанбикә.
Әсәйҙәре янында тыйнаҡ ҡына торған Динә менән Сафия ла ҡул эштәренә оҫта икән. Улар эшләгән стилләштерелгән биҙәүестәр, һаҡал-селтәрҙәр ҙә күҙ яуын алып тора.
Яугирҙарға паракордтан браслеттар эшләү буйынса оҫталыҡ дәресен ойошторған Әзекәй ауылы ағинәйҙәре етәксеһе Клара Мостафина менән Әзекәй ауыл хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Гөлназ Мәғәфүрова янынан да кеше өҙөлмәне.
- Махсус хәрби операция башланғандан алып хәлебеҙсә яугирҙарға ярҙам итергә тырышабыҙ. Ойоҡбаштар бәйләү, маскировка селтәрҙәрен үреү, гуманитар йөк туплау кеүек эштәрҙә ағинәйҙәр ҙә, ауыл халҡы ла ҙур әүҙемлек күрһәтте. Бынан өс аҙна элгәре тағы бер зарури эште тормошҡа ашырҙыҡ: ай һайын үҙ аҡсаһына паракордтан браслеттар үреп, МХО-ға ебәргән хаҡлы ялдағы илһөйәр яҡташыбыҙ Григорий Дориндан оҫталыҡ дәресе алып, браслеттар эшләй башланыҡ. Шуныһы мәслихәт - һәр изге башланғысты халыҡ дәррәү элеп ала. Ике көн эсендә уртаҡ көс менән 14 мең һум аҡса йыйып, шуның 10 меңенә - паракорд (нейлон шнур), ике меңенә карабиндар һатып алдыҡ. Ошо материалдарҙан беҙҙең өлгөр ҡатын-ҡыҙҙар ун көндә 150 браслет үрҙе. Айырыуса Лилиә Сәйәхова, Рәлиә Таһированың етеҙлеге һоҡландыра. Мәҫәлән, Лилиә Рим ҡыҙы бер ултырғанда егермеләп ҡулбау яһай. Һалдаттар төрлө маҡсат өсөн файҙаланған был браслеттар бер секунд эсендә һүтелеп, 5 метрлыҡ бауға әйләнә, - ти Клара Ишмырҙа ҡыҙы.
Әйткәндәй, Клара ханым байрамға үҙе һуҡҡан аҫалы балаҫтарын да алып килгән. “Райондашым Илзиә Мөхсинова менән Сажидә Муллағолованың “Башҡорттоң боронғо аҫалы балаҫы” тигән марафонында ҡатнашып, мөгөҙлө аҫа һуғырға өйрәндек, әлеге мәлдә балаҫтарҙың баҙыян аҫа тигән төрөн үҙләштерәбеҙ”, - ти оҫтағул.
БМК ветерандары советы һәм башҡа өлкән йәштәге ирекмәндәр махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар өсөн окоп шәмдәре, ҡоро душ эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы. Оло быуын вәкилдәренең әүҙем тормош позицияһы, дәррәүлеге күптәргә үрнәк булды.
Ленин урамынан тыш, Металлургтар майҙанында ла сағыу күргәҙмәләр эшләне. Инйәр ауылы маһиры Гөлсөм Исҡакова тәҡдим иткән милли биҙәүестәр, башҡорт орнаменттары менән биҙәлгән заманса түбәтәй-бейсболкалар, галстуктар, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейемдәре зауыҡлылығы, ҡупшылығы менән һоҡландырҙы. Бында, әлбиттә, Гөлсөм Әмин ҡыҙының һөнәре буйынса тегенсе-мотористка булыуы ла ҙур роль уйнай. Ире менән улы махсус хәрби операцияға киткәс, һағыш-борсоуҙарын ҡул эштәре менән баҫа ул. Быйыл тәүәкәлләп, сигеү машинаһын да алып ебәргән. Яңыраҡ түбәтәй тегеү буйынса курсты тамамлаған ханымдың ошо эшкә тотонорға иҫәбе. Биш бала әсәһе, биш ейән-ейәнсәр өләсәһе Гөлсөм Әмин ҡыҙының оҫталығына, тилберлегенә һоҡланырға ғына ҡала.
Эпоксид ыҫмаланан төрлө сувенирҙар яһаған Элмира Сәйфуллинаның, заманса биҙәүестәр эшләгән Анжелика Риянова менән йомшаҡ уйынсыҡтар бәйләгән Гүзәл Баһауетдинованың ҡул эштәре лә күптәрҙе ылыҡтырып торҙо. Эйе, ысынлап та, Иҙел башы - оҫталар төйәге!