Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Август , 16:31

Мәҙәниәт - ул камиллыҡҡа ынтылыш

Мәҙәниәт - төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Ул халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртҡан һәм ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе аһәңлелектә тотҡан мөһим фактор ҙа. 

Мәҙәниәт - ул камиллыҡҡа ынтылыш
Мәҙәниәт - ул камиллыҡҡа ынтылыш

“Тарих, мәҙәниәт, әхлаҡи ҡиммәттәр беҙҙең өсөн, һис шикһеҙ, нигеҙ булып тора. Беҙ ижади коллективтарға, мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә ярҙам иттек һәм артабан да мотлаҡ ярҙам ҡулы һуҙасаҡбыҙ. Мәҙәниәт йорттары төҙөләсәк һәм төҙөкләндереләсәк, төбәк халҡында, айырыуса йәштәрҙә талап ителгән яңы сәнғәт әҫәрҙәре ижад ителәсәк”, - тип билдәләгәйне республика Башлығы Радий Хәбиров мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса  советтың беренсе ултырышында.  
Эйе, төбәк етәкселеге Башҡортостанда мәҙәниәтте үҫтереүҙе эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашыра. “2023 йылда ғына мәҙәниәт өлкәһен үҫтереүгә 14 миллиард һумдан ашыу йүнәлттек, был уҙған йылға ҡарағанда 12,3 процентҡа күберәк. Был ҙур һан һәм ул беҙҙе шатландыра. Беҙҙең бурыс - йыл һайын финанслау күләмен арттырыу”, - ти был йәһәттән төбәк Башлығы. 
Мәҙәниәт өлкәһенең һуңғы биш йыл эсендәге дөйөм тупланма бюджеты: 
- 2024 йылда - 14,486 млрд. һум;
- 2023 йылда - 14,410 млрд. һум;  
- 2022 йылда - 12,705 млрд. һум;  
- 2021 йылда - 11,701 млрд. һум;  
- 2020 йылда - 11,619 млрд. һум;
- 2019 йылда - 11, 794 млрд. һум. 
Башҡортостан Республикаһында ”Мәҙәниәт” милли проекты 2019 йылдан дүрт йүнәлеш - ”Мәҙәни мөхит”, ”Ижади кешеләр”, “Сәнғәтте һәм ижадты үҫтереү”, ”Цифрлы мәҙәниәт” буйынса ғәмәлләшә. Биш йыл эсендә төбәктә 8 клуб (Белорет, Илеш,  Ҡыйғы, Салауат, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Иглин райондарында) төҙөлгән; 3 мәҙәни-ял учреждениеһы реконструкцияланып, 51-енә капиталь ремонт яһалған (Белорет, Әлшәй, Баймаҡ, Бишбүләк, Йыла-
йыр, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡариҙел райондарында һ.б.). Бынан тыш, 7 балалар сәнғәт мәктәбе, 5 музей, 4 китапхана, 1 балалар филармонияһы капиталь төҙөкләндерелә һәм реконструкциялана. 10 дәүләт учреждениеһы - Сибай филармонияһы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, Өфө “Нур” татар дәүләт театры, Респуб-
лика Хәрби Дан музейы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры капиталь ремонтлана, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры реконструкциялана.  
“Кесе Ватан мәҙәниәте” проектына ярашлы 205 мәҙәни-ял итеү учреждениеһының (шул иҫәптән 2023 йылда 98 мәҙәниәт йорто) һәм 8 театрҙың матди-техник базаһы нығытыла. Федераль бюджеттан йәлеп ителгән ярҙам күләме - 482,3 млн. һум. 
Бөгөнгө көндә заманса ҡорамалдар һәм инструменттар менән 114 балалар сәнғәт мәктәбе һәм 8 мәҙәниәт колледжы йыһазландырылған, шуларҙың 17-һе - 2022 йыл йомғаҡтары буйынса. 10 автоклуб һатып алынған (Баймаҡ, Йылайыр, Ҡариҙел, Нуриман, Тәтешле райондарында һ.б.), 2024 йылда тағы ла 25 мәҙәниәт 
ойошмаһы заманса ҡорамалдар менән тулыланасаҡ (1 автоклуб һатып алыу, 3 модель китапхана булдырыу; 15 балалар сәнғәт мәктәбен, 2 колледжды, 2 театрҙы, 2 музейҙы музыка ҡоралдары менән тәьмин итеү ҡаралған).
“Башҡортостан мәҙәниәте бик күп төрлө. Беҙ республикала мәҙәниәткә булышлыҡ итеүҙең баланслы системаһын булдырҙыҡ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Биш йыл эсендә беҙ мәҙәниәткә ярҙам итеү өсөн 62 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлттек. Был сумманың федераль финанслауҙың ҙур өлөшө булыуы бик мөһим”.
Ошондай ярҙам арҡылы мәҙәни сараларға килеүселәр һаны 120 миллионға еткән (планға ярашлы иһә 90 миллион кеше). Был күрһәткес бу-
йынса Башҡортостан илдәге  өс алдынғы төбәк иҫәбенә инде.
Дәүләт программаһы сиктәрендә быйыл 74 сара тормошҡа ашырылған. 2024 йылдың алты айы эсендә дөйөм суммаһы 66,5 миллион һумлыҡ 118 проектҡа дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. 
2021 йылдан бирле “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы бойомға ашырыла. Төбәк бюджетынан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә башта 500 мең һум күләмдә матди ярҙам бүленһә, 2023 йылдан был сумма 1 млн. һумды тәшкил итте. 2021-2023 йылдар арауығында 120 белгес йәшәү шарттарын яҡшыртты (дөйөм суммаһы 75 млн. һум). Белорет районында Тирлән балалар сәнғәт мәктәбенең музыка белгесе Алексей Нагорнов - 2021, ә Тимер юл ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Александр Житнюк 2022 йылда “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы арҡылы 500-әр мең һум субсидия алыуға өлгәште. 
Ғөмүмән, Белорет районы мәҙәниәте һуңғы йылдарҙа йылдам үҫеш кисерҙе. Район-ҡала мәҙәниәт учреждениеларын төҙөкләндереү, уларҙың матди базаһын нығытыу, район, республика, төбәк-ара кимәлдә әһәмиәтле саралар ойоштороу, мәҙәниәт үҫешенә тос өлөш индергән төрлө дәүләт программаларында, милли проекттарҙа ҡатнашыу планға ярашлы ғәмәлләште. 
“Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” төбәк программаһында ҡатнашып, Иҙел башы федераль һәм республика бюджетынан байтаҡ ярҙам алыуға өлгәште. Мәҫәлән, уҙған йылда райондың иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеларына дөйөм суммаһы - 102 мең, ә “Китапхана эше” йүнәлеше буйынса иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә дөйөм суммаһы 51 мең һум тәшкил иткән дәүләт ярҙамы күрһәтелде. 
Бынан тыш, район мәҙәниәт учреждениеларының 40 белгесе илдең юғары уҡыу йорттарында квалификацияларын күтәрҙе.  
“Пушкин картаһы” федераль прог-
раммаһы ла әүҙем тормошҡа ашырыла.  Былтыр 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге 3 786 кеше “Пушкин картаһы”н алыуға өлгәшкән. Был прог-
рамма арҡылы йыл дауамында 1 139 сара уҙғарылған.  
2023 йыл йомғаҡтары буйынса, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы мәҙәниәт учреждениеларында - 36 331,1 һум (2022 йылға ҡарағанда 9%-ҡа күберәк), өҫтәмә белем биреү ойошмаларында 39 896 һум (2022 йылға ҡарағанда 10%-ҡа күберәк) тәшкил иткән. 
Ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында “Батырлыҡ йөҙҙәре” патриотик проектын уңышлы тормошҡа ашырҙы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан батыр-
ҙарыбыҙҙың фотоһүрәттәре менән күсмә күргәҙмә беренсе тапҡыр былтыр район Һабантуйында күрһәтелде.
2023 йылда Тирлән ауылында заманса социаль-мәҙәни үҙәк үҙ ишектәрен асты. 3,2 мең квадрат метр майҙанды биләгән был уникаль объект “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы ғәмәлгә ашырылды. Төҙөлөш иһә республика Башлығы Радий Хәбировтың шәхси контроле аҫтында алып барылды.
- Бер килгәнемдә һеҙгә яңы социаль-мәҙәни үҙәк төҙөргә һүҙ биргәйнем. Вәғәҙә - иман, ниһайәт, Тирләндә бөтә уңайлыҡтары булған өр-яңы заманса бина үҙ ишектәрен асты. Тимәк, хәҙер һеҙҙә милли мәҙәниәтте үҫтереү, һәр йәһәттән һәләтле балалар тәрбиәләү өсөн бөтә шарттар бар. Киләсәктә был төйәктән талантлы сәнғәт әһелдәре, билдәле кешеләр сығыр тип ышанам, - тине Радий Фәрит улы социаль-мәҙәни үҙәкте асыу тантанаһында видеобәйләнеш аша тура эфирҙа сығыш яһап.
Эйе, түҙгәнгә - түш ите: ике ҡатлы мөһабәт, иркен бина урындағы халыҡтың ижади потенциалын, мәҙәниәтте үҫтереү, талантлы балалар тәрбиәләү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә. Ауыл мәҙәниәт йорто, балалар сәнғәт мәктәбе, ике китапхана үҙ эшен бер ҡыйыҡ аҫтында дауам итә. 300 урынлыҡ тамаша залы, кафетерий, электрон уҡыу залы, тауыш яҙҙырыу студияһы, тренажер залы, балалар өсөн уйын бүлмәһе, ял итеү һәм аралашыу зоналары - һәммәһе лә халыҡтың уңайлылығы, мәнфәғәте өсөн төплө уйланылып проектланған.  
Уҙған йылда ғына район-ҡалала 10 240 мәҙәни сара уҙғарылған. Улар араһында мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән шөһрәтле яҡташтарыбыҙҙың ижадын данлау, яңы таланттар асыу маҡсатын күҙаллаған әһәмиәтле конкурс-фестивалдәр ҙә юҡ түгел. Роза Аҡкучукова исемендәге I һәүәҫкәр вокалсылар район конкурсы, Рәмил Ғәйзуллин призына I халыҡ музыка ҡоралдарында башҡарыусылар конкурс-фестивале, Мөхәмәт Түлебаев призына “Ҡурай сере” I асыҡ ҡурайсылар конкурсы тәүге тапҡыр ойошторолоуға ҡарамаҫтан, үҙ майҙандарында йөҙҙән артыҡ кешене тупланы. Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы башланғысы менән ойошторолған Абдулғәфи Хәлфетдинов Һәм Талип Латипов исемендәге “Ете мөғжизә” республика ҡурайсылар конкурсы үҙенең яңы кимәле, географияһы менән һөйөндөрҙө. Мәртәбәле сарала Белорет, Әбйәлил, Ауырғазы, Архангел, Баймаҡ, Баҡалы, Бөрйән, Учалы райондарынан, Өфө, Сибай ҡалаларынан, Силәбе өлкәһенән 59 яңғыҙ башҡарыу-
сы һәм 7 ансамбль ҡатнашты. 
Быйыл ҡала балалар музыка мәктәбендә уҙған “Белорет кубогы” I Бөтә Рәсәй инструменталь һәм вокал башҡарыу конкурс-фестивале лә ил күләмендәге тәжрибә туплау, һынау майҙансығына әйләнде. Шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тәғәйен “Асыҡ йөрәктәр вальсы” район балы, “Иҙел башы йондоҙҙары” төбәк-ара хорҙар һәм вокаль ансамблдәр, “Белая река” автор йырҙары, “Алтын тирмә” төбәк-ара милли театрҙар фестивалдәре, “Иҙел башы” республика этно-форумы, Ғәли Хәмзин исемендәге район вокалсылар, “Ауаз” ҡумыҙсылар зона конкурстары юғары кимәлдә үтте.
2022 йылда Белорет ҡалаһы үҙенең 260 йыллыҡ юбилей датаһын билдәләне. Ҡала һәм Металлургтар көнөндә район-ҡаланың мәҙәниәт учреждениелары үҙенсәлекле байрам атмосфераһын булдырыуға өлгәште.   
2021 йылда Башҡортостанда уҙған VI Бөтә донъя фольклориадаһын 
ойоштороу сараларында ла белореттар әүҙем ҡатнашты. Иҙел башы Албания, Венгрия, Коста-Рика, Ҡыр-
ғыҙстан, Америка Ҡушма Штаттары, Швейцария һәм Черногория илдәре делегацияһын үҙ ерендә лайыҡлы ҡабул итте.  
Районда 43 ижади коллектив “Халыҡ” һәм “Өлгөлө” тигән маҡтаулы исемдәр йөрөтһә, “Виват” ир-егеттәр халыҡ капеллаһы 2023 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы” исеменә лайыҡ булды. 
2023 йылдың 17-21 октябрендә Удмурт Республикаһында ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең “ПРОгресс 3.0” йәштәр лагеры үтте. Проектҡа ярашлы ойошторолған “Иң яҡшы йәш белгес” конкурсында Волга буйы федераль округының иң яҡшы йәш белгесе тип Ломовка күп тармаҡлы ауыл клубы мөдире Ангелина Чернова танылды.  

Рәмил ҒӘЙЗУЛЛИН, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, мультиинструменталист һәм дирижер, Башҡортостан Республикаһының Халыҡ музыка 
ҡоралдары милли оркестрын төҙөүсе, Белорет 
районы һәм Белорет ҡалаһының Почетлы гражданы, йәмәғәт лидеры:

- Һуңғы йылдарҙа төбәк мәҙәниәте бихисап ыңғай үҙгәрештәр кисерҙе. Айырыуса йәштәргә ян-яҡлап ярҙам күрһәткән дәүләт программаларының,  ижади потенциалды үҫтерергә булышлыҡ иткән күләмле проекттарҙың ғәмәлгә ашырылыуы мәслихәт.
Әлбиттә, тәү сиратта, халҡымдың тарихын, милли мәҙәниәтен, рухи ҡиммәттәрен һанлаған кеше булараҡ, республикала ошо юҫыҡта алып барылған эште өҫтөнлөклө һанайым. Быйыл, ниһайәт, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән төбәктә дәүләт ҡурайсылар ансамбле булдырылды. Башҡорт халыҡ йырҙарын, моңдарын популярлаштырған, ҡылҡумыҙ, думбыра, ҡурай ише милли музыка ҡоралдарында уйнау маһирлығын үҫтергән проекттарға ла яҡын киләсәктә иғтибар бермә-бер артыр, моғайын. 
Әйткәндәй, Өфөлә республикалағы берҙән-бер һәм Рәсәйҙәге һигеҙ махсус музыка уҡыу йорттарының береһе - Урта махсус музыка колледжы бар. Бында балалар беренсе кластан, бер үк ваҡытта музыка һәм дөйөм белем биреү дисциплиналары буйынса уҡып, профессиональ музыка белеме ала. Бына ошо мәктәптә башланғыс кластан уҡ ҡылҡумыҙ, думбыра, ҡурайҙы үҙләштереү ҙә милли мәҙәниәттең үҫешенә, киләсәктә республикала профессиональ фольклор ансамбль төҙөүгә ныҡлы нигеҙ булыр ине.

Александр ЖИТНЮК, 
Тимер юл ауыл мәҙәниәт йорто мөдире, йәмәғәт лидеры:

- Һис шикһеҙ, “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы бик мөһим һәм зарури. Ул ысынлап та йәш белгестәргә ҙур ярҙам булып тора. Минеңсә, ысын талант эйә-
ләре тап ауылдарҙа йәшәй. Бында ла йәш белгестәр, уларҙың яңы ҡараштары, идеялары кәрәк. Шул саҡта ҡала ла, ауыл да мәҙәни йәһәттән сағыуыраҡ һәм үҙенсәлек-
лерәк буласаҡ. 
Үҙ сиратымда, халыҡ мәҙәниәтен, фольклорын тергеҙеүҙе, традиция-
ларҙы, йыр-бейеүҙәрҙе һаҡлауҙы үҙ эшемдең өҫтөнлөклө йүнәлеше тип иҫәпләйем. Сөнки үткәнһеҙ киләсәк булмай. Эйе, йәштәрҙең тарих вә мәҙәниәткә ҡарата ва-
йымһыҙ саҡтары ла булғандыр, ә бөгөн беҙ йәнә үҙ тамырҙарыбыҙҙы барлайбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы тергеҙәбеҙ. Был юҫыҡта Тимер юл мәҙәниәт йортонда бихисап клуб берләшмәләре эшләй. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан, мәҫәлән, "Вечёрка" ижади берләшмәһе ойошторолған, ул боронғо йырҙарҙы, бейеүҙәрҙе, йолаларҙы тергеҙеү һәм һаҡлау менән шөғөлләнә. Иң мөһиме, үҫеп килеүсе быуын фольклор менән ихлас ҡыҙыҡһына, был иһә Иҙел башы мәҙәниәтен үҫтерергә, нығытырға мөмкинлек бирә.
Әлбиттә, мәҙәниәт усағы әлеге ваҡытта матди-техник йыһазға ҡытлыҡ кисерә. Шул уҡ мәлдә филиалдың “Юл картаһы”на индерелеүе ифрат шатландырҙы. Киләһе йылда проектланһа, унан ары Тимер юл ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлә башлая-
саҡ. Бына шулай, һәр йәһәттән йәштәргә юл асҡан, йүнәлеш биргән дәүләт программалары арҡылы киләсәккә яҡты уй-ниәттәр, пландар ҡороп йәшәйбеҙ!

Василиса НЕДОСПАСОВА, 
Тирлән ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, 
йәмәғәт лидеры:

- Быйыл “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” төбәк программаһы буйынса 50 мең һумлыҡ субсидия алып һөйөндөм. Йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы кәрәк, тип иҫәпләйем. Хәҙер ауылдың инфраструктураһы әүҙем үҫешә, шуға ла торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге булһа, йәштәр ауылда күберәк төпләнер ине. Ҙур ҡалала мөмкинлектәр күберәктер ҙә ул, әммә ләкин әгәр һин эшеңде яратаһың һәм ауылда йәшәргә теләйһең икән, дәүләт ярҙамын көт. Ә алғас, шатлан һәм тағы ла яҡшыраҡ эшлә!

 

 

 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: