Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Сентябрь , 10:42

Рәмил дуҫым өсөн соло йәки рус оркестрҙарының “Ай яҡтырта” урынына бисҡа ҡурай өсөн фантазия уйнағаны

Бер ваҡыт Ҡытай буйлап гастролдәр мәлендә билдәле башҡорт музыканты, ҡурайсы Рәмил Ғәйзуллин күп миллионлы Пекинда аҙаша. Сәғәттәр буйы ҡунаҡхана эҙләп ҡала урамдарын гиҙгән яҡташыбыҙ бер мәл башҡорт ҡыҙҙарына оҡшаған ике һылыуҙы күреп ҡала. Бындай “шанхайҙа” милләттәштәрен осратыу мөғжизәләй тойолһа ла, ул ҡыҙҙар янына килеп башҡортса һүҙ ҡуша. Ә тегеләре йылмайып яуап бирә - башҡортса түгел, уйғыр телендә, шулай ҙа уртаҡ тел тамырҙары бер-береһен аңларға ярҙам итә. Ҡыҙҙар музыкантты ҡунаҡханаға тиклем оҙатып ҡуя. “Әгәр ҙә мәгәр мин үҙ телемде белмәһәм, һаман шул Ҡытайҙа йөрөп ятыр инем”, - тип мәрәкәләй Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы. Ә инде мәшһүр ҡурайсы боронғо башҡорт халыҡ музыка ҡоралын бөтөн донъяға танытыуҙы үҙ миссияһы, тәғәйенләнеше итеп ҡабул ҡылмаһа, ул саҡта кешелек ҡурайҙың мөмкинлектәрен белеп тә бөтмәҫ ине, әйтәгүр... Башҡортостан Республикаһының Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрын төҙөүсе, дирижер һәм солист Рәмил Ғәйзуллин нисек итеп Рәсәйҙең алдынғы оркестрҙары менән сығыш яһауын, башҡа ерҙәрҙә ҡурайҙы нисек ҡаршылауҙарын бәйән ҡылды.

Рәмил дуҫым өсөн соло йәки рус оркестрҙарының “Ай яҡтырта” урынына бисҡа ҡурай өсөн фантазия уйнағаны
Рәмил дуҫым өсөн соло йәки рус оркестрҙарының “Ай яҡтырта” урынына бисҡа ҡурай өсөн фантазия уйнағаны

Ҡырҡ филармония һәм Колонналар залы

Ҡырҡ филармонияла, бер нисә тапҡыр Мәскәүҙең Чайковский исемендәге данлыҡлы концерт залында, Союздар йортоноң Колонналар залында, Петербургтың Дәүләт академияһы капеллаһында, Шостакович исемендәге филармонияның ҙур залында һәм, әлбиттә, Рәсәйҙең Николай Осипов исемендәге Халыҡ музыка ҡоралдары милли академия, Василий Андреев исемендәге Дәүләт рус академия оркестрҙары менән берлектә сығыш яһауҙар...

Эйе, ошо залдарҙа донъя кимәлендә танылыу яулаған коллективтар менән бер генә тапҡыр булһа ла сәхнәгә сығыу - һәр музыканттың хыялы. Хатта ки сығыш яһау ғына түгел, был концерттарҙа ябай тамашасы сифатында ултырыу ҙа ҙур уңыш табаһа! Шуның өсөн ошондай һәр сығыш Рәмил Ғәйзуллин өсөн айырата ғорурлыҡ - үҙе өсөн генә түгел, республика, уның төп милли музыка ҡоралы - ҡурай өсөн. Хәйер, ҡурайҙа ла төрлөсә уйнарға мөмкин. Бәғзе ваҡыт бер генә уйнау ҙа етә... Академик музыканы башҡарыусы коллективтарҙың үҙенсәлекле яңғырашлы милли музыка ҡоралы менән берлектә сығыш яһауҙы хуплауы ла күп нәмә хаҡында һөйләй...

Композитор Морат Әхмәтовтың “Рәмил дуҫым өсөн соло-фантазия”һы музыканттың иң шәп концерт номерҙарының береһе булып иҫәпләнә. Был әҫәр Рәмил Ғәйзуллинды үҙҙәренә ҡурайҙа уйнарға саҡырған оркестрҙарҙа айырыуса популярлыҡ яулаған. Күптән түгел Осипов исемендәге билдәле оркестр менән тамашасы алдына баҫҡанда, ул солист ҡына түгел, дирижер булараҡ та сығыш яһай һәм ҡайһылыр мәлдә ҡулындағы ҡурай дирижер таяғына әйләнә. Финал өлөштә Ғәйзуллин, ҡурайҙың өҫтөнлөгөн символлаштырғандай, музыка ҡоралын өҫкә күтәрә.

- Һуңынан музыканттар, төп рус оркестры менән ҡурай идара иткәнен күргәнебеҙ юҡ ине әле, тип шаяртыр булдылар, - ти маэстро. - Соло-фантазия миңә уңыш килтерҙе. Уны публика һәр саҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итә. Композиторға әҫәрҙең идеяһы менән ярҙам итеп ебәргән өсөн минең хөрмәткә аталған ул. Белгородта сираттағы дирижерҙар парадында ҡатнашҡанда, коллегаларым: “Элек рус оркестрҙарында иң популяр әҫәр “Ай яҡтырта” булһа, хәҙер иһә “Рәмил дуҫым өсөн соло-фантазия”, - тип мәрәкәләйҙәр ине.

Рәсәй дәүләт оркестрҙарында шулай уҡ үзбәк композиторы Анора Назарованың әҫәре ҙур һорау менән ҡулланыла. Был композицияға ла ҡурай партияһы өҫтәлгән. Ғәйзуллинға йыш ҡына бисҡа сығырға тура килһә лә, ул бер ҙә данға иҫермәгән, ә үҙенең сығышын әленән-әле камиллаштыра ғына бара.

Концерт ойоштороусыларға әллә күпме талаптар ҡуйған бәғзе бер таныулы музыканттарҙан айырмалы рәүештә, Ғәйзуллиндың уларға бары тик бер генә ҡәтғи шарты: сәхнәнән милли музыка ҡоралының һәм ул тамыр ебәргән төбәктең атамаһы яңғырарға тейеш.

- Беҙҙә ҡурайсылар әҙ түгел, әммә Башҡортостанды ошондай билдәле майҙансыҡтарҙан, дәүләт оркестрҙарынан танытҡандар юҡ, буғай. Миңә кешеләрҙең беҙҙең мәҙәниәтте белеүе мөһим, - ти Рәмил Мәүлит улы. - Мәскәүгә барып, башҡорт үҙәгендә ҡурайҙа уйнау, әлбиттә, яҡшы ниәт, тик башҡорттар былай ҙа үҙҙәренең милли музыка ҡоралын белә бит. Уның тураһында мәскәүҙәр ҙә, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре һәм сит илдәр ҙә белһен ине. Мин, әгәр ҙә шулай әйтергә мөмкин булһа, ҡурайҙы глобаль рәүештә популярлаштырыу менән шөғөлләнәм. Бер ваҡыт Һиндостанда уҙған Рәсәй йылы концертында ҡатнашырға насип ҡылды. Унда Пелагея, Билан һәм башҡа йондоҙҙар сығыш яһаны. Концерттан һуң һинд Премьер-министры һәр беребеҙ менән аралашып сыҡты, әммә уны иң ныҡ ҡыҙыҡһындырғаны ҡурай ине. Ул милли музыка ҡоралын диҡҡәт менән ҡарап, минән мәғлүмәт алды, үҙе лә һинд халыҡ музыка ҡоралдары тураһында һөйләне.

 

Афарин һәм дембелдәр тураһында

Маэстро ҡурайға бала саҡтан уҡ ғашиҡ. Ул үҙе лә аутентик музыка ҡоралына башланғыс биргән көпшәле үҫемлек - ҡурай үҫкән Белорет районында тыуған. Алты бала араһында иң бәләкәсе булған. Рәмилгә бер йәш тигәндә атаһы үлеп ҡала. 28-ҙә генә  тол ҡалған әсәләре эшләргә лә, балаларын тәрбиәләргә лә өлгөрә. Уларҙың барыһы ла аталарына оҡшап (ә ул ғәйәт оҫта баянда уйнаған!) музыкаль йәһәттән һәләтле була. Тик кинйә улын ғына әсәһе музыкаль белем алырға ебәрә. Ләкин башта ҡурай кескәй Рәмилде теш ауыртыуынан ҡотҡара...

- Миңә ул саҡта ете йәш тирәһе булғандыр. Өлкәндәр менән бергә тауға бесәнгә барҙым. Бер мәл, тик торғанда, тештәрем һыҙлай башланы бит. Тау араһында теш табибы тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. Шул саҡ әсәйем бер көпшәне ҡырҡып алып, шуға өрөргә ҡушты, йәнәһе теш ауыртыуы баҫыла. Һәм, ысынлап та, көпшә аша ауыҙ эсенә ингән һалҡынса һауанан ауыртыу бөткәндәй тойолдо. Мин был көпшәле үҫемлектән ҡурай яһауҙарын белә инем һәм үҙемсә уның менән көй сығарырға маташтым. Һуңғараҡ иһә Белорет интернат-мәктәбендә ҡурайҙа уйнарға өйрәндем... Бишенсе класта уҡығанымда тәүге тапҡыр ауыл сәхнәһендә сығыш яһаным. Әле һаман иҫемдә: башҡорт халыҡ йыры “Азамат”ты уйнайым, ә шығрым тулы залда шылт иткән тауыш юҡ! Миңә хатта ҡурҡыныс булып китте, мәйтәм, бөттө баш былай булғас, оятҡа ҡалдым. Бер мәл халыҡ бис ҡысҡыра башланы. Ә мин ундай һүҙҙәрҙе белмәйем: сәхнә артында бистың афарин тигәнде аңлатыуын төшөндөрөп, кире халыҡ алдына сығарҙылар. Әйткәндәй, бүтәнсә бер концертта бер үк әҫәрҙе өс тапҡыр уйнағаным булманы. Баш эйергә тип инде дүртенсе тапҡыр сәхнәгә сыҡҡас, был шөғөлдө дауам итергә кәрәклеген аңланым...

Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, йәш егет бер йыл Салауат музыка училищеһында эшләп ала, шунда ҡурай класын аса. Артабан әрме сафында дүрт йыл буйы тынлы оркестрҙа хеҙмәт итә. Көндөҙ оркестрҙа валторнала, төндә - дембелдәр өсөн бисҡа гитарала “Ни грусти, салага, срок отслужишь свой”. Уның ҡарауы, иртәнсәк бөтәһе өсөн “Рота, подъем!” яңғыраһа, Рәмилгә оҙағыраҡ йоҡларға рөхсәт бирәләр. “Профессиональ музыкант булыу бик мәслихәт, әммә үҙең өсөн генә берәй музыка ҡоралында уйнай белеү оторо шәп һәм уның тормошта мотлаҡ кәрәге тейәсәк”, - ти музыкант мәктәп уҡыусылары менән осрашыу мәлдәрендә. Шуның өсөн дә үҙенең улдары сольфеджионы ятламай тороп тышҡа уйнарға сыҡмаған...

Ғәйзуллиндың дүрт улының өсәүһе яҙмышын музыка менән бәйләгән. Береһе - башҡорт коллективтарының береһендә йырсы, икенсеһе вокал бүлеген тамамлаған, өсөнсөһө барабансылар шоуында һәм Башҡорт дәүләт филармонияһының тынлы оркестрында эшләй. Аталары улдарының һәр ҡайһыһы сәнғәт күгендә үҙ йондоҙон ҡабыҙыр, тип ышана. Юҡһа, йыш ҡына музыканттар кемгәлер “йырсылаш” булып йөрөү менән генә мөрхәтһенә.

- Кемгәлер антураж сифатында йөрөү - минең өсөн түгел. Ижад әһелдәре ниндәйҙер кимәлдә бойондороҡһоҙ булырға тейеш. Үҙем, мәҫәлән, “Кеше-оркестр” программаһын төҙөп, үҙ аллы сығыш яһайым, һәм минең өҫтән бер ниндәй ҙә бригадир юҡ. Әлбиттә, филармонияла ла эшләйем, әммә үҙем өсөн художество етәксеһе - мин, - ти маэстро.

 

Нисек итеп кеше-оркестрҙың Милли оркестр төҙөгәне

Рәмил Мәүлит улы 30-ҙан ашыу музыка ҡоралында уйнай. Улар, нигеҙҙә, экзотик төргә ҡарай. Ҡайһы бер музыка ҡоралдарын күп һанлы гастролдәрҙән алып ҡайтҡан. Уның коллекцияһында венгр флейтаһы, ҡырғыҙҙар һәм ҡаҙаҡтар уйнаған балсыҡ музыка ҡоралдары, бер нисә тиҫтә һыбыҙғы бар. Тәүҙә музыкант бер һыбыҙғыла уйнай, шунан икенсеһен, өсөнсөһөн, дүртенсеһен ҡуша. Артабан гармун һәм аяҡ менән уйнай торған музыка ҡоралдары өҫтәлә - торғаны менән кеше-оркестр. Йыш ҡына Ғәйзуллинды ошо сифатта мәктәптәргә, ҙур сәхнәгә сығыш яһарға саҡыралар. Бының ише концерттар айырыуса балаларҙы таң ҡалдыра.

Ғәйзуллин уйнаған иң үҙенсәлекле музыка ҡоралдарының береһе - хайран. Ул Архангел районында йәшәгән музыка ҡоралдары оҫтаһы Ғәли Хәкимов менән берлектә уйлап табылған.

- Ҡатмарлы музыка ҡоралы, унда бер үк ваҡытта танау менән дә, ауыҙ менән дә уйнарға кәрәк. Мин хайранды 1988 йылдан бирле популярлаштырам. Гәрсә күп осраҡта дөрөҫ үк булмаһа ла, коллегаларым да унда уйнай башланы. Ярай инде, миңә йәл түгел, - ти бынан 20 йыл элек Башҡортостан Республикаһының Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрын төҙөгән мәшһүр ҡурайсы.

- Ул осорҙа мин сит илгә күп йөрөнөм, төрлө коллективтар менән таныштым. Шунда ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ кеүек туғандаш халыҡтарҙың халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрҙарының сығыштарын ҡарап, ә ни өсөн беҙҙә юҡ һуң бындай нәмә, тигән уйға төштөм. Әрме сафында оркестрҙа хеҙмәт итеүем, был кухняны яҡшы белеүем дә булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр. Беренсе репетицияға ҡәҙәр, бер нисә аҙна элек, беҙҙең уйнарлыҡ музыка ҡоралдары ла, әҫәрҙәр ҙә юҡ ине. Бәхеткә күрә, репетицияға ике-өс көн ҡалғас, композиторҙар - Анатолий Кукубаев, Нур Дауытов, Илдар Хисаметдинов беҙгә ярҙамға килеп, үҙ әҫәрҙәрен тәҡдим иттеләр. Бына шулай башлап киттек. Әлбиттә, еңел булды тип әйтә алмайым.

Хәйер, оркестр менән дирижерлыҡ итеүҙе ирекһеҙҙең көнөнән үҙ иңемә алдым. Оркестрҙа ике дирижер бар ине. Икеһе лә ике урында эшләне. Шуның арҡаһында  концерттарҙы икенсе көнгә күсергән мәлдәр ҙә булды. Һәм бер ваҡыт беҙ әҫәрен башҡарырға тейеш булған композитор Анатолий Кукубаев: “Үҙең тор пульт артына!” - тип тәҡдим итте. Училище һәм институтта уҡыған саҡта  дирижерлыҡ дәрестәрен алғас, оркестр алдына баҫып, ҡулымды һелтәнем...Һуңғараҡ был һөнәргә Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһында уҡып сыҡтым. Әйткәндәй, дирижерлыҡҡа ынтылмайым, минең өсөн, тәү сиратта, ҡурай. Шулай булһа ла, йыл да Белгородта уҙған дирижерҙар парадына саҡырып торалар. Бер ошо проектта сығыш яһағандан һуң, Осипов исемендәге оркестр етәксеһе концерттарҙың береһендә эшләп алырға тәҡдим итте. Парадтағы 34 ҡатнашыусы араһынан тап башҡорт ҡурайсыһын саҡырыуы, әлбиттә, минең өсөн генә түгел, республика өсөн дә ҙур ғорурлыҡ ине.

 

Импровизация ваҡыты

Быйыл Башҡортостан Республикаһының Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо ваҡыт эсендә ул төбәктә генә түгел, ә унан ситтә лә шөһрәт ҡаҙанды. Оркестр Владимир Путиндың шәхси ҡабул итеүендә, ШОС һәм БРИКС етәкселәре алдында сығыш яһаны. Президентҡа коллектив шул ҡәҙәр ныҡ оҡшай, хатта ул профессионаллек өсөн Ғәйзуллинға шәхсән рәхмәт һүҙен әйтә. 

Рәмил Мәүлит улы филармония солисы булып эшләүен, республика буйлап концерттар ҡуйыуын дауам итә. Һуңғы биш йылда 40-тан ашыу билдәле оркестрҙар менән сығыш яһаған. Бынан тыш, ҡыҙыҡлы проекттарҙы тормошҡа ашырыусы  ла ул . Шундай һуңғы ҙур проекттарҙың береһе - “Урал ауазы ” милли музыка ҡоралдары ансамблдәренең һәм оркестрҙарының халыҡ-ара конкурсы. Маэстро шулай уҡ инструменталь фольклор ансамбль төҙөү идеяһы менән дә уртаҡлашты. Уның һүҙҙәренсә, милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрына ҡарағанда, бындай коллективты төҙөү ҡатмарлыраҡ. Милли оркестрҙа музыка ҡоралдары партияһы өсөн әҫәрҙәр махсус рәүештә композиторҙар тарафынан яҙыла. Ә бының ише ансамблдә, нигеҙҙә, импровизация яһарға, халыҡ көйҙәре менән “уйнарға”тура киләсәк.

- Бындай коллектив, ысынлап та, кәрәк. Хатта унда уйнарға теләүсе музыканттар ҙа юҡ түгел. Республикала этностилдә эшләгән егеттәр бар. Әммә был күберәк шоу ғына. Әйткәндәй, был йәһәттән миңә Роберт Юлдашевтың профессионаллеге оҡшай, - ти Ғәйзуллин.

Яҙ көнө музыкант Ҡазанда уҙған “Мосолман донъяһы музыкаһы” тигән фестивалдә ҡатнашҡан. Татарстанда әлегә Халыҡ музыка ҡоралдарының милли оркестры юҡ. Ләкин тиҙҙән бында ла булыр, уны төҙөү өсөн күрше республика Рәмил Мәүлит улына мөрәжәғәт ҡылған да инде.

- Әлбиттә, ярҙам итәсәкмен, бына тигән оҫталарҙы ла күп беләм. Хаталар йәһәтенән дә аңғартырмын, - ти музыкант.

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисын, халыҡ-ара һәм бөтөн Рәсәй, төбәк конкурстар лауреатын йыш ҡына жюри сифатында конкурстарҙы баһаларға саҡырып торалар. Хатта бер йыл эсендә 18-ләп ярышнамәне нарыҡларға тура килә. Бында һүҙ музыкаль конкурстар тураһында ғына бармай, улар араһында һылыуҡай бәйгеләре лә бар. Мәҫәлән, маэстро “Һылыуҡай”, “Мисс БДМУ” кеүек конкурстарҙа жюри рәйесе булған.

- Ғәҙел баһалағаным өсөн килеп рәхмәт әйтеп китеүҙәре айырыуса ҡыуаныслы. Мин һәр саҡ дөрөҫлөк өсөн, - ти Рәмил Мәүлит улы.

Ышанырһығыҙмы - юҡмы, оло йәштәгеләр өсөн ойошторолған “Мин яратам һине, тормош” конкурсының жюри рәйесе була тороп, Ғәйзуллин хатта яратҡан ҡәйнәһенә лә өҫтөнлөк күрһәтмәгән.

- Ҡәйнәм бер килке миңә үпкәләп тә йөрөнө. Конкурста тағы бер ҡатнашырға өндәп өгөтләйем дә бит, ризалашмай, - тип ихлас көлә әгәмәсем.

Лариса ШЕПЕЛЕВА.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: