Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Март 2025, 16:57

Ижадсыларға - әҙәби премиялар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың “Яныбай Хаммат улы Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләү тураһында”ғы Указына ярашлы уҙғарылған саралар сиктәрендә, “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы ағзалары, талантлы ижадсылар Сәғирә Шәрәфетдинова һәм Мөнирә Сәлимйәнова әҙәби премиялар менән баһаландылар. 

Ижадсыларға - әҙәби премиялар
Ижадсыларға - әҙәби премиялар

Билдәле булыуынса, 2003 йылда, күренекле яҡташыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында, район Советы тарафынан проза өлкәһендә Яныбай Хамматов исемендәге әҙәби премия раҫланды. Бер нисә йыл эсендә Иҙел башының 18 яҙыусыһы ошо премияға лайыҡ булды. Бөгөн иһә, бөйөк яҙыусының тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләгән көндәрҙә, проза өлкәһендә уңышлы ижад иткән йәнә бер райондашыбыҙ  - Сәғирә Шәрәфетдинова ла Яныбай Хамматов исемендәге  премия менән нарыҡланды.  
Сәғирә Сабирйән ҡыҙы әҙәби эшмәкәрлек менән мәктәп йылдарынан уҡ шөғөлләнә. Беренсе хикәйәһе         13 йәшендә “Беҙ баласаҡ иленән” исемле республика йыйынтығында баҫылһа, 1996 йылда - “Упҡын” хикәйәләр йыйынтығы, 2019 йылда “Ялан аяҡ йүгереп үтмәле” аталмышлы шиғри йыйынтыҡ, 2020-лә З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте тарафынан “Ҡибла ҡайһы яҡта” хикәйәләр йыйынтығы донъя күрҙе. Бынан тыш 2023 йылда ҡаланың Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы әҙибәнең йәнә бер хикәйәләр йыйынтығын нәшер итте. 
2004 йылда Иҙел башында шиғриәт өлкәһендә “Ағиҙел өҫтөндәге йәйғор” әҙәби премияһы раҫланды. Ошо йылдар эсендә был премияға районыбыҙҙың 13 шағиры лайыҡ тип табылды. Быйыл иһә, комиссия ҡарары буйынса, шиғриәт өлкәһендәге мәртәбәле премия Инйәрҙән Мөнирә Сәлимйәноваға тапшырылды.
Мөнирә Сәлмән ҡыҙының ижады күптәргә таныш. Шиғырҙары   “Ағиҙел”, “Шоңҡар”, “Аманат”, “Аҡбуҙат” республика журналдарында, “Йәшлек”, “Башҡортостан”, “Урал” гәзиттәрендә, шулай уҡ “Иҙел башы - юл башы” альманахында донъя күрҙе. Шағирәнең 2006 йылда - “Аҫылташтар йыйыр саҡ”, 2011 йылда -  “Тауҙар моңо”, 2014-тә  “Мин тейешмен осорға” исемле китаптары баҫылһа, 2024 йылда Өфөнөң  “Самрау” нәшриәтендә “Йѳҙһөн илһам карабым” аталмышлы шиғри йыйынтығы нәшер ителә. 
Ижадсыларҙы әҙәби премияларға лайыҡ булыуҙары айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Артабан да илһамланып ҡаурый тибрәтергә, яңынан-яңы үрҙәр яуларға яҙһын һеҙгә!

Автор: Нэркэс Сулейманова
Читайте нас