Сараны асып, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнова барлыҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен, шул иҫәптән театр әһелдәрен дә, һөнәри байрамдары айҡанлы тәбрикләне. Ә инде был даирәлә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткән, Иҙел башы мәҙәниәтенең, сәнғәтенең үҫешенә тос өлөш индергән фиҙаҡәрҙәр иһә лайыҡлы наградалар менән билдәләнде. Ҡала балалар музыка мәктәбенең баян класы буйынса юғары категориялы уҡытыусыһы Валерий Климчинский - Белорет районының "Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн" миҙалы менән бүләкләнһә, Картиналар галереяһы директоры Нина Горбатова, район мәҙәниәт идаралығы методисы Гөлшат Ғәлиуллина, Үткәл мәҙәниәт йорто мөдире Мәҙинә Йомағужина, Әзекәй мәҙәниәт йорто мөдире Фәнисә Шәрәфетдинова, Тирлән балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары Ольга Жданова, Наталья Медведкова, Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы программисы Альфред Әхмәтшин Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән баһаландылар.
Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хатына Сермән балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары Лариса Шабанова, Зинира Дәүләтова, Тирлән балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары Елена Первухина, Ирина Удалова, ҡаланың балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Людмила Бармина, Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы белгесе Алла Галченкова, ҡала Мәҙәниәт һарайының тауыш режиссеры Альберт Сабиров лайыҡ булды. Күп кенә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә район Советы һәм хакимиәтенең, мәҙәниәт идаралығының Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ольга Овчинникова мәҙәниәт учреждениеларының 2024 йылғы эш йомғаҡтары менән таныштырҙы. Етәксе билдәләүенсә, уҙған йыл мәҙәни ваҡиғаларға бай булған - 18 меңдән ашыу сара ойошторолған. Дүрт ижади коллектив: ҡала Мәҙәниәт һарайының “Веснушки” өлгөлө эстрада бейеүе студияһы (етәксеһе Марина Точилкина) - 20, “Арлекин” йәш тамашасы халыҡ театры (етәксеһе Вероника Арбузова, режиссеры Эдуард Ладесов) - 30, Үткәл мәҙәниәт йортоноң “Үткәл” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Иршат Шәғәлин) - 40, Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Зилә Хажина) 35 йыллыҡ юбилей даталарын билдәләнеләр. Дүрт мәҙәниәт хеҙмәткәре - ҡала балалар музыка мәктәбе директоры Гүзәлиә Низамова, Асы мәҙәниәт йорто мөдире Йәмилә Сәлимйәнова, ҡала Мәҙәниәт һарайының “Ирәмәл” башҡорт халыҡ театры режиссеры Гөлнара Ғилманова, Инйәр балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Дилара Сәлихова - “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, “Ирәмәл” башҡорт халыҡ театры “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.
Йыл дауамында райондың Ломовка, Ҡағы, Үрге Әүжән ауылдарында фольклор-этнографик экспедициялар уҙҙы. Һөҙөмтәлә, Эксперт советы ҡарары менән, төйәгебеҙҙең дүрт этномәҙәни ҡаҙанышы - “Авзянская тальяночка” (“тимошкина гармошка”), Әүжән-Петров кадриле, ломовкалар таҡмағы (тырырыкалка), Ломовка ауылының “Улышные - 74-е” таҡмаҡтары Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы объекттарының Берҙәм реестрына индерелде.
Уҙған йылдың йәнә бер мөһим яңылығы - муниципаль район хакимиәте ҡарары менән мәҙәниәт өлкәһендәге өҫтәмә белем биреү учреждениеларының айырыуса һәләтле уҡыусылары өсөн район хакимиәте башлығы стипендияһы булдырылды. Башҡортостан Республикаһы көнө алдынан биш уҡыусы 5000 һум күләмендә стипендия алыуға өлгәште.
2022-2027 йылдарға тәғәйен “Белорет районы мәҙәниәте” муниципаль программаһына ярашлы, 2024 йылда мәҙәниәт һәм был өлкәлә өҫтәмә белем биреү учреждениелары тарафынан бөтәһе 328 млн. 512 мең һум аҡса үҙләштерелгән.
Ғөмүмән, район мәҙәниәте һуңғы йылдарҙа йылдам үҫеш кисерҙе. Район-ҡала мәҙәниәт учреждениеларын төҙөкләндереү, уларҙың матди базаһын нығытыу, район, республика, төбәк-ара кимәлдә әһәмиәтле саралар ойоштороу, мәҙәниәт үҫешенә тос өлөш индергән төрлө дәүләт программаларында, милли проекттарҙа ҡатнашыу планға ярашлы ғәмәлләште.
Уҙған йылда ғына мәҙәниәт учреждениеларын төҙөкләндереүгә йәмғеһе 3 млн. 283 мең һум аҡса бүленгән һәм тотонолған (шул иҫәптән мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биреү учреждениеларын ремонтлауға - 338 мең һум). “Күк ҡош” балалар уҡыу үҙәген капиталь төҙөкләндереүгә 1 млн. 399 мең һум аҡса бүленгән.
Учреждениеларҙың матди-техник базаһын яҡшыртыуға килгәндә, был маҡсат өсөн 2024 йылда бөтәһе 3 млн. 776 мең һум аҡса йүнәлтелгән (шул иҫәптән мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биреү учреждениелары өсөн - 670 мең һум).
Бынан тыш, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” федераль проекты арҡылы район Мәҙәниәт йорто 4 млн. 383 мең һум күләмендә субсидия алыу-
ға өлгәште. Һөҙөмтәлә, биш филиал үҙенең матди-техник базаһын яңыртты. Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы сәхнә костюмдары һәм аяҡ кейемдәре, йыһаз, компьютерҙар, ноутбук, оргтехника, фотоаппарат, тауыш һәм яҡтылыҡ ҡорамалдары менән тәьмин ителһә, Тирлән мәҙәниәт йорто өсөн видеокамера һәм видеопроектор, Сермән күп тармаҡлы ауыл клубына микшер пульты, Асы мәҙәниәт йортона мультимедиа ҡорамалдары һатып алынды. Әйткәндәй, райондың мәҙәниәт учреждениелары ла, үҙ эшмәкәрлектәре арҡылы, дөйөм суммаһы 17 млн. 103 мең һумды тәшкил иткән килем алыуға ирешкән.
Шуны ла билдәләү зарур: күптән түгел Өфөлә уҙған “Арт-Ҡоролтай” мәҙәни форумында 2024 йылда Иҙел башы мәҙәниәтен үҫтереүгә инвестициялар йәлеп итеүгә ҙур өлөш индергәне өсөн район хакимиәте Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
2021 йылдан бирле республикала “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы бойомға ашырыла. Төбәк бюджетынан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә башта 500 мең һум күләмдә матди ярҙам бүленһә, 2023 йылдан был сумма 1 млн. һумды тәшкил итте. Уҙған йылда иһә Ломовка күп тармаҡлы ауыл клубы мөдире Ангелина Пантелеева ошо программаға ярашлы субсидия алды.
2024 йылдың 3 сентябрендә, “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә, Үҙәкләштерелгән китапхана системаһының “Күк ҡош” балалар уҡыу үҙәге базаһында яңы быуын китапханаһы һәм виртуаль концерт залы асылды. Был маҡсатҡа федераль, республика һәм урындағы бюджеттарҙан 8 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Бында шулай уҡ айырым бүлек булараҡ “Изгелек. Мәҙәниәт ирекмәндәре үҙәге” лә булдырылды.
“Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” төбәк программаһында ҡатнашып, Тирлән мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Василиса Недоспасова һәм Үткәл ауылы китапханаһы белгесе Сулпан Мырҙабаева 50-шәр мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы алыуға өлгәште. Бынан тыш, район мәҙәниәт учреждениеларының 29 белгесе илдең юғары уҡыу йорттарында квалификацияларын күтәрҙе.
“Пушкин картаһы” федераль программаһы ла әүҙем тормошҡа ашырыла. Былтыр был программа буйынса йыл дауамында 1235 сара уҙғарылған, бөтәһе 2 млн. 8 мең һумлыҡ 7521 билет һатылған.
Доклады һуңында Ольга Борисовна махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән яугирҙарға матди һәм рухи ярҙам күрһәткән, кем уҙарҙан маскировка селтәрҙәре, махсус браслеттар үргән, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләгән, гуманитар ярҙам туплаған, хәйриә концерттары уҙғарған барлыҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.
Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры Любовь Кузьмина китапханалар эшмәкәрлеген барлап, алдағы осорға билдәләнгән бурыстар менән таныштырҙы, район китапхана системаһын артабан һөҙөмтәле үҫтереү өсөн уларҙы үтәүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.