Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Апрель 2025, 12:47

«Әй Йола» төркөмө музыканттарын юғары исемдәр менән бүләкләнәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Әй Йола» төркөмө музыканттарын юғары исемдәр менән бүләкләйәсәк.

«Әй Йола» төркөмө музыканттарын юғары исемдәр менән бүләкләнәсәк
«Әй Йола» төркөмө музыканттарын юғары исемдәр менән бүләкләнәсәк

Ошо туралағы указға ҡул ҡуйыуы хаҡында республика Башлығы оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

— Республикабыҙҙың мәҙәни тормошонда мөһим ваҡиға. Беҙҙең Әй Йола» төркөмө «Һомай» хиты менән бөтә донъяны яуланы. Афариндар! Миңә лә йырҙарын ебәрҙеләр. Төркөмдө Башҡортостан мәҙәниәтенә оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән артистар булдырған. Уларға республикабыҙ мәҙәниәтенә индергән өлөшө өсөн рәхмәтемде белдерәм, — тине Радий Хәбиров.

Ринат Рамаҙановҡа — «Башҡортостандың халыҡ артисы», ә Адель һәм Руслан Шәйхетдиновтарға «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» званиеһы биреләсәк. Артистарға наградалар тантаналы шарттарҙа тапшырыласаҡ.

Автор:
Читайте нас