-4 °С
Болотло
Милли кейеме көнө 2020 йылдан башлап, рәсми рәүештә, йылына ике тапҡыр - апрелдең - өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында уҙғарыла. Матур, сағыу байрам республиканың иҫтәлекле даталары календарына күптән түгел индерелгән.
Башҡортостан Республикаһында 164 милләт вәкиле йәшәй. Уларҙың һәр береһенең үҙ тарихы, мәҙәниәте. Милли кейем иһә ошо милли үҙенсәлектең баҙыҡ сағылышы. Уны, йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлаған кеүек, һаҡларға кәрәк.