Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Апрель 2025, 15:43

Күккә олғашҡан моң

Абҙаҡ ауылында Роза Аҡкучукова исемендәге II һәүәҫкәр вокалсылар район конкурсы уҙҙы.

Күккә олғашҡан моң
Күккә олғашҡан моң

Быйыл был проект Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм халыҡ артисы, олуғ талант эйәһе Роза Аҡкучукованың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналды. Ҡабатланмаҫ моң эйәһенең милли колоритлы бәрхәт тауышы, тембрының тәбиғи матурлығы уның ижадына табыныусыларҙы әле булһа ла әсир ҡыла. Был көндө Абҙаҡ  мәҙәниәт йорто фойеһында йырсының ғаиләһе тарафынан үҙенсәлекле күргәҙмә ойошторолдо - Роза Сабирйән ҡыҙының концерт күлдәктәре, һирәк фотоһүрәттәре, афишалары бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһаған район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнова, Абҙаҡ ауылы хакимиәте башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиев, район мәҙәниәт идаралығы начальнигы урынбаҫары Мария Лахмостова халҡына фиҙаҡәр хеҙмәт иткән, йыр сәнғәтен үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән Роза Аҡкучукованың ижадын мәңгеләштергән сараның әһәмиәтен, зарурилығын билдәләнеләр.

Данлыҡлы яҡташыбыҙ тураһында хәтерҙе мәңгеләштереү, вокал-башҡарыу оҫталығы традицияларын үҫтереү һәм һаҡлау, талантлы башҡарыусыларҙы асыҡлау маҡсатын күҙаллаған конкурста быйыл 25 йәштән өлкән 17 кеше ҡатнашты. Уларҙы мәҙәниәт өлкәһендә танылыу яулаған арҙаҡлы шәхестәр - жюри рәйесе, Рәсәйҙең - атҡаҙанған, Башҡортостандың  халыҡ артисы, мультиинструменталист һәм дирижер, Башҡортостан Республикаһының Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрын төҙөүсе, Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының Почетлы гражданы Рәмил Ғәйзуллин, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Венера Юлгилдина, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Ҡалмырҙина, ҡала Мәҙәниәт һарайының ”Алтынай” халыҡ вокаль ансамбле етәксеһе Луиза Мөхөтдинова, ҡаланың балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Татьяна Воробьева баһаланы.

 Конкурста башҡорт халыҡ йырҙары менән бер рәттән Роза Сабирйән ҡыҙының репертуарының нигеҙен тәшкил иткән “Алтын балдаҡ”, “Һин ултыртҡан муйыл” ише бихисап популяр йырҙар яңғыраны. Һәр сығышта данлыҡлы яҡташыбыҙҙың күңел моңо, йөрәк ауазы ишетелгәндәй тойолдо.

Гала-концертта иһә тамашасы һиммәтле ҡунаҡтарҙы - Венера Юлгилдинаның, Руслан Шәйхетдиновтың, Луиза Мөхөтдинованың йырҙарын тыңлап кинәнде. 

 Һөҙөмтәләргә килгәндә, конкурстың иң юғары баһаһына - Гран-приға Межгорье ҡалаһында йәшәүсе талант эйәһе - Әмир Әүбәкиров лайыҡ булды. I дәрәжә лауреаттар тип Әзекәй ауылынан  Дилбәр Ғиззәтуллина, Асынан Денис Поляков нарыҡланһа, II урынды Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан Наил Хәмзин, Үткәлдән Таңһылыу Вәхитова яуланы. Вәсилә Хәзиева(Абҙаҡ), Ҡәдир Ғәлиуллин (Шығай),  Сафура Абдрахманова (Сермән) III дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булдылар.  “Роза Аҡкучукованың ижадын һаҡлаған өсөн” номинацияһында Мөнирә Ишмырҙина (Абҙаҡ) менән Иршат Шәғәлин (Үткәл) билдәләнде. Һәр ҡатнашыусы   Диплом һәм йырсының яҡындары әҙерләгән иҫтәлекле бүләктәр менән тәбрикләнде.

Гөлшат ҒӘЛИУЛЛИНА,

район мәҙәниәт идаралығы методисы.

Автор фотолары.

 

Автор: Нэркэс Сулейманова
Читайте нас