Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Апрель 2025, 11:20

“Ирәмәл”дәр – “Алтын тирмә”лә

Башҡортостандың атҡаҙанған коллективы, ҡала Мәҙәниәт һарайының “Ирәмәл” башҡорт халыҡ театры “Алтын тирмә” фестивалендә III дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.

“Ирәмәл”дәр – “Алтын тирмә”лә
“Ирәмәл”дәр – “Алтын тирмә”лә

Ошо көндәрҙә төрлө милләт халҡы йәшәгән Октябрьский ҡалаһында “Алтын тирмә” төбәк-ара милли театрҙар фестивале үтте. Өс көн дауамында тамашасыларға башҡорт, рус, татар һәм мари телдәрендә 14 спектакль ҡарау бәхете тейҙе.

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты театр факультетының актер оҫталығы һәм режиссура кафедраһы профессоры, Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы Земфира Хөсәйенова етәкселегендәге жюри составында театр тәнҡитселәре, билдәле режиссерҙар, педагогтар эшләне.  

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлнара Ғилманова етәкләгән "Ирәмәл" башҡорт халыҡ театры "Ай тотолған төндә" драма постановкаһы өсөн III дәрәжә лауреат исемен яуланы. Шулай уҡ спектакль фестивалдең “Иң яҡшы музыкаль биҙәлеш өсөн”, Ишмырҙа ролен уңышлы башҡарған Әмир Шаһиязданов “Өмөт” номинацияларында билдәләнде.

“Ирәмәл”дәрҙе сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлап, Башҡортостандың мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм үҫтереүгә индергән өлөшөгөҙ менән ғорурланыуыбыҙҙы, яратҡан эшегеҙгә тоғролоғоғоҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм артабан да ижади уңыштар, сағыу премьералар һәм рәхмәтле тамашасылар теләйбеҙ!

Автор:
Читайте нас