Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Май 2025, 14:30

Гармун байрамы 160 музыкантты берләштерҙе

Яңауылда Фатих Иҡсанов исемендәге XIII Республика гармун байрамы үтте. Музыка һәм тальянға һөйөү бер майҙансыҡта Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән һәм күрше төбәктәрҙән 160-тан ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе.

Гармун байрамы 160 музыкантты берләштерҙе
Гармун байрамы 160 музыкантты берләштерҙе

Моң байрамында тәүге тапҡыр Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иршат Шәғәлин етәкселегендәге гармунсылар ансамбле ҡатнашты. Конкурс йомғаҡтары буйынса ансамбль лайыҡлы II урын яуланы. Йыйылма ансамблдә райондың талантлы музыканттар - Сермән ауылынан Айҙар Ғәлиәстанов, Ҡаһармандан Хәлит Нафиҡов, Үткәл ауылынан Иршат Шәғәлин һәм Илдар Ямалетдинов, Бирҙеғол ауылынан Мөбәрәк Ғәлиастанов һәм Әхмәр ауылынан Алик Юлышев сығыш яһаны. Һәр гармунсы ансабль сығышына үҙенсәлеклелек өҫтәне.

Конкурс еңеүселәрен ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ! Музыка һәр саҡ һеҙҙең менән булһын, ә һеҙҙең таланттарығыҙ тыңлаусыларҙы шатландырыуын дауам итһен!

Автор:
Читайте нас