Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Июнь 2025, 15:20

Яңы сериалда төшөргә саҡыралар

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе федераль онлайн-кинотеатр өсөн яңы сериалда төшөргә саҡыралар.

Яңы сериалда төшөргә саҡыралар
Яңы сериалда төшөргә саҡыралар

Фильм 12 июлдән 30 сентябргә тиклем Белорет районында төшөрөлә. Белорет районы хакимиәте хәбәр итеүенсә, проектта билдәле йондоҙҙар ҡатнаша. Уларҙың исемдәре әлегә сер итеп һаҡлана.

Ойоштороусылар күмәк сәхнәлә ҡатнашырға теләгән район район халҡына мөрәжәғәт итә. Уларға рус ауылы халҡы ролен башҡарыу өсөн 20-40 йәшлек ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар кәрәк. Эш хаҡы түләнә.

Проектта ҡатнашыу тураһында тулыраҡ бында белергә мөмкин.

Автор:
Читайте нас