Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Сентябрь 2025, 13:23

“Тамға" конкурсы финалистары проекттарын Өфөлә тәҡдим иттеләр

Башҡорт милли костюмы оҫталарының халыҡ-ара конкурсында ҡатнашыусыларҙың эштәрен яҡлау “Атайсал” мәҙәниәт үҙәгендә үтте.

“Тамға" конкурсы финалистары проекттарын Өфөлә тәҡдим иттеләр
“Тамға" конкурсы финалистары проекттарын Өфөлә тәҡдим иттеләр

Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 54 дизайнер һәм оҫта үҙ проектн жюриға тәҡдим итте.
- Был ваҡиға конкурс ҡына түгел, ә беҙҙең этномәҙәни мираҫыбыҙҙы тәрәндән, һәр яҡлап һәм һаҡсыл өйрәнеү өсөн мөһим платформа ла, ул уны һаҡлауға, аңлауға һәм киң аудитория араһында популярлаштырыуға ярҙам итәсәк, – тип билдәләп үтте Республика халык ижады үҙәге директоры Салауат Кирәев.
Ҡатнашыусылар биш төп номинацияла көс һынашты: “Башҡорт халык кейемен реконструкциялау”, “Заманса автор костюмы”, “Балалар костюмы”, “Милли ювелир бизәнеү әйберҙәре” һәм “Аксессуарҙар”.

Абруйлы жюри составына Башҡортостан, Үзбәкстан, Польша һәм Ҡырғыҙстандан 10 белгес ингән, шул иҫәптән этнографтар, сәнғәт белгестәре, реконструкторҙар һәм танылған дизайнерҙар.

Конкурс ижад лабораторияһы менән тамамланды, унда жюри ағзалары конкурсанттарға уларҙың проекттарын эшләп бөтөрөү буйынса һөнәри кәңәштәр бирҙеләр.  

Сығанаҡ: mgazeta.com

Автор:
Читайте нас