Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Октябрь 2025, 14:41

Ололар көнөн «Мин яратам һине, тормош!» фестивале концерты менән билдәләнеләр

Өфөлә Оло йәштәгеләр көнөн «Мин яратам һине, тормош!» фестиваленең ҙур гала-концерты менән билдәләнеләр.

Ололар көнөн «Мин яратам һине, тормош!» фестивале концерты менән билдәләнеләр
Ололар көнөн «Мин яратам һине, тормош!» фестивале концерты менән билдәләнеләр

Бында 55-90 йәшлек иң һәләтле яҡташтарыбыҙ йыйылды. Үҙешмәкәр коллективтар, хорҙар, вокаль ансамблдәр, фольклор һәм бейеү төркөмдәре, оркестрҙар, халыҡ театрҙары һәм яңғыҙ башҡарыусылар еңеүсе исеменә дәғүә итте.

Зональ этаптар барышында фестивалдә ҡатнашыусылар тамашасыларға дүрт йөҙгә яҡын эш күрһәтте. Жюри башҡарыусыларҙың юғары әҙерлек кимәлен һәм фиҙакәр хеҙмәтен баһаланы. Еңеүселәр араһында – ике коллектив: Белорет районынан рус йыры хоры һәм Дәүләкәндән тынлы оркестр. Балтас коллективына иң яҡшы костюмдар һәм Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына арналған концерт темаһы өсөн айырым бүләк тапшырылды.

Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадирова сәләмләне. «Мин яратам һине, тормош!» фестивале кешеләрҙе яҡынайта, үҙ һәләттәрен күрһәтергә мөмкинлек бирә, тип билдәләне ул.

Концерт ваҡытында тамашасыларҙы биҙәү-ҡулланма сәнғәт оҫталары үҙҙәренең эштәре менән хайран ҡалдырҙы. Ғабдулла Әхмәтшинға һәм Светлана Ғизәтуллинаға махсус бүләктәр тапшырылды.

Автор:
Читайте нас