Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Ноябрь 2025, 13:59

Башҡорт фильмы еңеү яуланы

Махсус хәрби операция темаһына төшөрөлгән башҡорт фильмы халыҡ-ара кинофестивалдә еңеү яуланы. XI «Алтын башня» халыҡ-ара кинофестивале Ингушетия Республикаһының Мәҙәниәт һәм туризм министрлығы һәм Рәсәйҙең Кинематографистар союзы ярҙамында ойошторолдо. Кисә Назрань ҡалаһында кинофестивалде тантаналы ябыу сараһы үтте.

Башҡорт фильмы еңеү яуланы
Башҡорт фильмы еңеү яуланы

«Бетеү» фильмы кинофестиваль еңеүсеһе тип танылды. Ул «Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм» дипломы менән бүләкләнде.

— Етди дәғүәселәр араһында еңеүе айырыуса ҡыуаныслы. Конкурсҡа Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан һәм төбәктәренән, БДБ һәм БРИКС илдәренән 215 ғариза килде. Фестиваль тарихында тәүге тапҡыр Аргентина, Куба, Нигерия һәм Бразилиянан эштәр тәҡдим ителде, — тип һөйләне фильмдың режиссеры Руслан Юлтаев.

Автор: Нэркэс Сулейманова
Читайте нас