Һис шикһеҙ, ватансылыҡ тойғоһо менән һуғарылған йырҙар - милли мәҙәниәтебеҙҙең мөһим вә үҙенсәлекле өлөшө. Тарихи хәтерҙе һаҡлаған музыкаль әҫәрҙәр яу яландарындағы ҡаһарманлыҡ менән бер рәттән тыл хеҙмәтсәндәренең фиҙаҡәрлеген, йәмғиәттең рухи тормошон да асыҡ сағылдыра. Күп милләтле Рәсәй халҡының, шул иҫәптән урыҫ һәм башҡорттоң, быуаттар дауамында нығынған дуҫлығына, берҙәмлегенә арналған йырҙар уларҙың уртаҡ яҙмышын, тарихи үткәнен данлай. Ике телдә лә хәрби ҡаһарманлыҡты, берҙәм тарихи юлды, тыуған ил һәм уның кешеләрен мәҙехләгән иҫәпһеҙ-һанһыҙ музыкаль әҫәрҙәр бар.
Райондың вокал оҫталарын һәм ансамблдәрен бер ижади майҙанға йыйған мәртәбәле сараны тәбрикләп, район Мәҙәниәт йорто директоры Ангелина Пантелеева барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе. Үҙ сығышында етәксе үҙешмәкәр ижадты үҫтереүҙе, мәҙәни-тарихи мираҫҡа һаҡсыл ҡараш, илһөйәрлек рухы, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе тәрбиәләүҙе маҡсат иткән конкурстың әһәмиәтлелеген, зарурилығын билдәләне.
Конкурс шарттарына ярашлы, ҡатнашыусылар 18 йәштән 24 йәшкәсә һәм 25 йәштән өлкән йәштәгеләр категорияларында соло һәм ансамблдәр (дуэт, трио, квартет һ.б.) номинацияларында көс һынашты. Уларҙы музыка һәм мәҙәниәт өлкәһендә компетентлы жюри ағзалары - ҡаланың Балалар музыка мәктәбенең вокал буйынса юғары категориялы уҡытыусыһы Татьяна Воробьева, ҡала Мәҙәниәт һарайының “Алтынай” халыҡ йыр ансамбле етәксеһе, талантлы йырсы Луиза Мөхөтдинова, Валерий Чернов исемендәге “Раздолье” казак йыры, “Ломовочка” халыҡ фольклор ансамблдәре, “Сорока” өлгөлө фольклор коллективы етәксеһе Ангелина Пантелеева баһаланы.
Ижади проектта быйыл йәмғеһе 11 ансамбль һәм 16 солист ҡатнашты. Сәхнәнән хәрби-патриотик йырҙар менән бер рәттән дәүерҙәр артылып бөгөнгә еткән халыҡ моңдары ла яңғыраны. Улар арҡылы башҡарыусылар Ватанға тоғролоҡто, ҡаһарманлыҡты данланды, Тыуған илгә, атайсалға һөйөү тойғоларын белдерҙе.
Баһалама комиссияһы ағзалары йыр-моң яратыусыларҙы берләштергән “Февраль бураны”ның йылдан-йыл камиллаша, үҫә барыуын, ҡатнашыусыларҙың юғары әҙерлек кимәлен билдәләне. Һәр сығыш сағыу вә үҙенсәлекле, тәрән мәғәнәле, күңелгә үтеп инерлек ине. Музыкаль әҫәргә ярашлы һайланған сәхнә образы ла уны тулыраҡ, тәьҫирлерәк итте.
Конкурс йомғаҡтары буйынса, 18 йәштән 24 йәшкә тиклемге категориялағы солистар араһында Алексей Денисов (Үрге Әүжән) - I, Алина Ишҡыуатова (Абҙаҡ) - II, Айгүзәл Симирич (Шығай) III урын яулаһа, 25 йәштән өлкәндәр категорияһында Олег Мещеров (Үҙән) - I, Зилә Сәғәҙәтова (Үҙән), Мәҙинә Йомағужина (Үткәл) - II, Флүзә Нухова (Сосновка), Алина Ирғәлина (Ботай), Фәнис Низаметдинов (Мәхмүт) III урындар менән баһаланды.
“Халыҡ” исемен йөрөткән коллективтар номинацияһында Сермән күп тармаҡлы ауыл клубының “Хәтирә” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Динара Иҫәнбаева) - I, Үткәл ауыл мәҙәниәт йортоноң “Үткәл” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Иршат Шәғәлин) - II, Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Зилә Хажина) III урынға лайыҡ булды.
Үҙешмәкәр ансамблдәр араһында Тимер юл ауыл мәҙәниәт йортоноң “Шаечка” вокаль коллективы (етәксеһе Надежда Чиглинцева) - I, “Житница” вокаль ансамбле (етәксеһе Надежда Чиглинцева), Әзекәй ауыл мәҙәниәт йортоноң “Әхирәттәр” вокаль коллективы (етәксеһе Фәнисә Шәрәфетдинова) - II, Аҙнағол ауыл клубының “Дуҫлыҡ” фольклор ансамбле (етәксеһе Илүзә Яҡупова), Тимер юл ауылының “Изге ай” вокаль коллективы (етәксеһе Динә Шәйәхмәтова) III урын менән нарыҡланды.
Үрге Әүжән ауыл мәҙәниәт йортоноң “Печки-лавочки” рус йыры ансамбле (етәксеһе Гүзәл Серегина) “Февраль бураны” IV район конкурсының иң-иңдәре тип танылды - улар Гран-при яуланы.
Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының махсус призына талантлы һәүәҫкәрҙәр - Сәлимә Татлыбаева менән Айгүзәл Симирич лайыҡ булды.
Конкурста ҡатнашыусылар, еңеүселәр Дипломдар, аҡсалата бүләктәр менән тәбрикләнде.
Юғары кимәлдә ойошторолған, берҙәмлек, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған мәртәбәле сара һәммәһендә лә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.