

Сара “Урал батыр” эпосын башҡарыусыларҙың XXVIII төбәк-ара конкурсында призлы урындар яулаған йәш сәсәндәрҙең сығышынан башланды. Ҡала Мәҙәниәт һарайының “Ирәмәл” башҡорт халыҡ театры актерҙары сәхнәләштергән пролог та мәңгелек ҡиммәттәрҙең асылына төшөндөргән, донъяны бары тик изгелек, рухи берҙәмлек ҡотҡарыуын аңғартҡан эпик әҫәрҙән өҙөктө сағылдырҙы.
Тантаналы өлөштә халыҡты абруйлы ҡунаҡтар - район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарған Фәнүр Шәйхисламов, Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар палатаһы президенты Булат Йомадилов, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры вазифаһын башҡарған Ранис Алтынбаев, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова, “Аҡбуҙат” республика балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова һәм башҡалар тәбрикләне. Телмәр тотоусыларҙың барыһы ла халҡыбыҙҙың рухи асылын, донъяға ҡарашын, фәлсәфәһен сағылдырған иң боронғо эпик ҡомартҡының үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә, туған телде һәм милли үҙенсәлекте һаҡлауҙа ҙур әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Эпос - әҙәби ҡомартҡы ғына түгел, ул беҙҙең рухи мираҫыбыҙ, әхлаҡи йүнәлеш нигеҙе. Унда изгелек менән яуызлыҡтың мәңгелек көрәше, ата-бабалар аҡылы. Был байрам милли мәҙәниәттең, башҡорт халҡының рухи үҫеше, ошо ҡиммәттәр нигеҙендә йәш быуынды нисек тәрбиәләү тураһында һөйләшеү өсөн майҙансыҡ та. "Урал батыр"ҙың мәғәнәһен тәрәнерәк асыу һәм уны йәштәргә яҡыныраҡ итеү зарур, - тине үҙ сығышында Эльвира Ринат ҡыҙы.
Иҙел башының иң дәртле ижади коллективтарының, һәүәҫкәрҙәрҙең, шулай уҡ киң билдәле “Ай йола”, “ZAINETDIN” фолк-төркөмдәренең, BABY Ti, Фларида Иркина, Зилә Лира, Ранис Алтынбаев, Салауат Әйүпов кеүек популяр йырсыларҙың, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең сығыштары байрамды тағы ла сағыуыраҡ вә иҫтәлекле итте.