

"Торатау" конгресс-холында ҙур сараға арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Унда В.Д.Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова, Мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлеге етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, БР Милли музейы директоры Рөстәм Исхаҡов, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева ҡатнашты.
Башҡортостан һәр ваҡыт ҙур фестивалдәрҙе юғары кимәлдә ҡаршылай. Республика бөгөн клуб учреждениелары һаны буйынса илдә беренсе урында. Фольклориадала ҡатнашыусыларҙың күңелдәрендә Башҡортостан тураһында яҡшы тәьҫораттар ғына ҡаласаҡ, – тине Тамара Пуртова.
Гөлнур Ҡолһарина республикабыҙҙа ойошторолған "Һаумы, һаумы, әкиәт", "Тере һүҙ", "Ер ҡото" кеүек мәҙәни мираҫты һаҡлауға йүнәлтелгән саралар тураһында һөйләне.
Конференцияла фольклориадала сығыш яһаясаҡ балалар ҙа ҡатнашты. Ханты-Мансы автономиялы округынан үҙешмәкәр сәнғәт коллективы етәксеһе Майя Швейд әйтеүенсә, улар Чебоксарҙа уҙған фольклориадала ла ҡатнашҡандар икән. Беҙҙең халыҡтың ҡунаҡсыллығын билдәләп, балаларҙың беҙҙәге тауҙарға ғашиҡ булыуҙары тураһында һөйләне. Луганск халыҡ республикаһынан "Рапсодия" коллективын етәкләгән Сергей Самсонов фестивалгә саҡырыуға рәхмәт белдереп, улар өсөн башҡа ҡатнашыусыларҙың мәҙәниәте менән танышыу, матур тәьҫораттар алып ҡайтыу – ҙур ваҡиға, тип белдерҙе.
Иң һуңынан Башҡортостан исеменән фестивалдә ҡатнашыусылар - Көйөргәҙе районынан Әнүр Вәхитов һәм "Зоренька" ансамбле ҡыҙҙары сығыш яһаны.
24 июндә фольклориада башлана. Уны асыу тантанаһы 18.00 cәғәттә Совет майҙанында буласаҡ. Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек байрамына рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Юлай Кәримов фотоһы.