Спорт
28 Июля 2021, 06:20

Ир-егеттәрҙең алтын триумфын ҡабатланы

Рәсәй гимнасткалары Олимпиадалағы команда турнирында ир-егеттәрҙең алтын триумфын ҡабатланы. 27 июлдә Токиола Рәсәйҙең спорт гимнастикаһы буйынса ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы алтын миҙалдар яуланы. Улар программаның дүрт төрөндә 169,528 балл йыйҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google

Рәсәй милли командаһынан финал ярыштарында Лилиә Ахаимова, Виктория Листунова, Ангелина Мельникова һәм Владислава Уразова сығыш яһаны. Көмөш миҙалдар — АҠШ спортсыларында. Өсөнсө урынды Бөйөк Британия командаһы алды.

Шулай итеп, Рәсәй йыйылма командаһы тарихта тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙарҙың күп төрлө ярышында еңеү яуланы. Һуңғы тапҡыр Рәсәй гимнасткалары был дисциплинала 1992 йылда уҙған Олимпия уйындарында Берләшкән команда составында еңгәйне.

Автор:Эльвира Хамзина