Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Июль 2021, 18:37

"Кем тормошто аңлаған, шул ҡабаланмай"

Был девиз бөгөн Токиола яңғырай. Рәсәйҙең олимпия командаһы рапирасылары еңеү яуланы.

Башҡортостан рапирасыһы Аделина Заһиҙуллина Токиола барған йәйге Олимпия уйындарында команда турниры финалына үтте. Ярымфиналда Инна Дериглазова, Аделина Заһиҙуллина, Лариса Коробейникова һәм Марта Мартьянова АҠШ командаһын 45:42 иҫәбе менән еңде.

Турнирҙың финалында Рәсәй спортсылары Франция командаһы менән осрашты һәм француздарҙы 45:34 иҫәбенә ҡыйратты. Һөҙөмтәлә, Франция - икенсе һәм Италия өсөнсө булды. 

Аделина Заһиҙуллина — команда беренселегендә ике тапҡыр донъя (2016, 2019) һәм Европа (2016, 2019) чемпионы, I Европа уйындары еңеүсеһе һәм бронза призеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Беренсе тренеры — Ольга Шагаева. Аделина һайлап алыуҙың бөтә этаптарын үтеп, Олимпия уйындарына һайлап алынды.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: