Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Июль 2021, 11:50

Уларға тиңдәр юҡ

Татарстанда атыу буйынса үткән ярыштарҙа белореттар юғары һөҙөмтә күрһәтте. Унда 19 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар араһында аҙ калибрлы ҡоралдан атыу буйынса Рәсәй Беренселеге үтте.

Интернеттан
Фото:Интернеттан

“Винтовканан атыу” олимпия күнекмәһендә шәхси беренселекте спорт мастеры Матвей Потапов алды.

Команда иҫәбендә лә белореттар еңеү яуланы. Улар – Белорет спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Матвей Потапов, Алексей Афанасьев һәм Трифон Пахомов.

Спортсылар, тренерҙары Анатолий Посаженниковты, ата-әсәләрен яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡотлайбыҙ!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: