Белорет шоссеһында велоуҙыш буйынса Башҡортостан Республика чемпионаты үтте. Унынсы тапҡыр үткәрелгән юбилей уҙышта республиканың ун ҡалаһынан һәм Ырымбур, Силәбе өлкәләренән иң көслө велосипедсылар ҡатнашты.
Кисә спортсылар ваҡытҡа шәхси беренселек өсөн көс һынашһа, бөгөн төркөмдәр менән уҙышты. Ә иртәгә - Металлургтар майҙанында уҙыш.
Белорет спортсылары Алина Хәлитова һәм Варвара Гончарова беренсе этапта еңде. Улар I һәм III урындарҙы яуланы. Белорет командаһының башҡа 20 велоуҙышсыһы ла уңышлы сығыш яһаны.
Республикала һәм Белоретта велоспорттың үҫеше ҡыуаныслы. Секцияла 60 спортсы, шуларҙың 9-ы Башҡортостандың, ә 3-әүһе Рәсәй йыйылма командаһында шөғөлләнә.
Был миҙгелдә Белорет спортсылары – Артемий Хомяков, Карина Ғәйфуллина, Кристина Ғилфанова Рәсәй беренселегендә еңеүсе һәм призер булды, спорт мастерлығына нормативтарын үтәне.