Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Август 2021, 10:20

Турнирға һайланған осраҡта Белорет һәм Башҡортостан намыҫын яҡлай

Рәсәйҙең грек-рим көрәше буйынса йыйылма юниорҙар составына һуңғы һайлау этабында Сәйед-Хөсәйен Бакаев та бар. Турнирға һайланған осраҡта спортсы Иҙел башы һәм Башҡортостан намыҫын яҡлаясаҡ.

Сәйед-Хөсәйен һөйләүенсә, ул спортҡа биш йәшендә килгән. Ошо ваҡыттан алып, ул – спортта.

- Әлеге ваҡытта иң ауыры – психологик йәһәттән донъя чемпионатына әҙер булыу. Кимәл икенсе, шуға ата-әсәйем, туғандарым, тренерым менән күберәк һөйләшергә тырышам,
ти спортсы.

Ярыштар ваҡытында спортсыға терәк булыу өсөн яҡындары һәм тренеры киләсәк. Әлегә егет Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында көн һайын күнекмәләр үткәрә. 

- Башҡа илдәрҙән дә спортсылар минең кеүек, улар кеүек күнекмәләр үткәрәм, хатта күберәк тә, шуға барыһына ла әҙермен. Көслө, мауыҡтырғыс алыштар көтөлә, еңел булмаясаҡ, чемпионатҡа миҙал өсөн киләләр,
ти Сәйед-Хөсәйен.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сәйед-Хөсәйен Бакаев – грек-рим көрәше буйынса спорт мастеры. Ул Рәсәйҙең Йәштәр спартакиадаһында еңгән, Рәсәйҙең юниорҙар беренселегендә, Суракат Асиятилов иҫтәлегенә турнирҙа көмөш миҙал яулаған. Бынан тыш, ул Волга буйы федераль округы беренселегендә еңеп сыҡҡан.

Әйткәндәй, спорт көрәше буйынса юниорҙар араһында чемпионат “Өфө-Арена”ла үткәреләсәк. Грэпплинг буйынса ярыштар 13-14 августа үткәрелһә, 16 – 20 августа – ирекле көрәш, 20-22 августа грек-рим көрәше буйынса ярыштар буласаҡ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: