Бөгөн “Өфө” аренаһында юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты старт алды. Чемпионатты кадеттар һәм йәш көрәшселәр араһында грэпплинг буйынса уйындар асты.
Армения, Азербайджан, Беларусь, Хорватия, Испания, Венгрия, Италия, Ҡаҙағстан, Литва, Филиппины, Рәсәй һәм Румыния спортсылары ярыш келәменә сыҡты.
Рәсәй флагы төҫтәрен 79 йәш көрәшсе яҡлаясаҡ. Ҡаҙағстан өсөн 57 спортсы көрәшә. Рәсәй һәм Ҡаҙағстан йыйылма командалары иңкүп һанлыһы.
Грэпплинг буйынса ярыштар 13-14 августа үтә, 68 миҙал комплекты уйнатыла.
Көрәшселәр 16-һынан 20 авгусҡа тиклем көс һынаша, грек-рим көрәше буйынса спортсылар майҙанға 20-22 августа сыға.
Донъя чемпионатында 53 ил спортсыһы ҡатнаша, 2024 йылда Парижда үтәсәк Олимпия уйындарына һайлап алыуҙың тәүге баҫҡысы буласаҡ.