Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Август 2021, 11:39

Ҡыҙҙар миҙал яуланы

“Өфө-Арена”ла барған донъя чемпионатының грэпплинг-ги буйынса ярыштарында Стәрлетамаҡ ҡыҙҙары өс миҙал яуланы.

Ҡыҙҙар миҙал яуланы
Ҡыҙҙар миҙал яуланы

Кисә 18 йәшлек Аделина менән 16 йәшлек Карина Мырҙабаевалар өсөн көн уңышлы булды. Карина – 43 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә, Аделина 53 килограмға тиклемгеләр араһында еңеүгә өлгәште. Карина икенсе көн рәттән, үҙенең категорияһы буйынса башҡа дәғүәсе табылмау сәбәпле, балаҫҡа ярышырға сыҡмайынса ғына алтын миҙал эйәһе булды.

Ә бына 18 йәшлек Валерия Давыдова өсөнсө урынға сыҡты. Испаниянан Марина Гаррай Гарсия һәм ватандашыбыҙ Мария Коблова тәүге урындарҙы бүлеште.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ирҙәр араһында 62 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә сығыш яһаған Низам Иҙрисов ярымфиналға сыға алманы. 46 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә сығыш яһаған яҡташыбыҙ Эмиль Исламғоловҡа ла уңыш йылмайманы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: