Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Август 2021, 10:18

Юниорҙар араһында көрәш буйынса Донъя чемпионатын асыу тантанаһы уҙҙы

«Өфө-Арена»ла һоҡланғыс шоу ойошторолдо. Башҡортостандың баш ҡалаһы Рәсәйҙең юниорҙар араһында көрәш буйынса Донъя чемпионатын ҡабул иткән беренсе ҡалаһы булды. 

Юниорҙар араһында көрәш буйынса Донъя чемпионатын асыу тантанаһы уҙҙы
Юниорҙар араһында көрәш буйынса Донъя чемпионатын асыу тантанаһы уҙҙы

Сит ил ҡунаҡтарын республика, уның йолалары һәм тарихы менән таныштырған башҡорт бейеүҙәре. Тамашаны чемпионатта ҡатнашҡан илдәрҙең флагтары менән ҡыҙҙар парады дауам итте.  

Көрәш буйынса юниорҙар донъя чемпионатының флагын Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, грек-рим көрәше буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры Рәмил Сираев; халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре Рәфис Садиҡов; йәштәр араһында грек-рим көрәше буйынса донъя чемпионы Дамир Әхмәтйәнов; грек-рим көрәше буйынса донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионы Ислам Опиев; 23 йәшкә тиклемге спортсылар араһында грек-рим көрәше буйынса донъя беренселегенең бронза призёры Фәдис Вәлитов һәм грек-рим көрәше буйынса Европа беренселегенең бронза призёры Илья Кандалин алып сыҡты.

Чемпионатты асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, UWW президенты Ненад Лалович, Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Алексей Морозов, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили, өс тапҡыр Олимпия чемпионы, Рәсәй Геройы Александр Карелин ҡатнашты.

Һуңынан шоу-программаны Zainetdin һәм көрәшселәр гимны дауам итте.

Бынан алда «Башинформ» Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тантана барышында көрәште үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн UWW президентының почёт билдәһе, ә  Ненад Лаловичтың Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнеүе хаҡында хәбәр иткәйне.

 

Фото: Башинформ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: