Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Август 2021, 19:22

Көрәшселәребеҙ ярымфиналға сыҡты

Республикабыҙ данын яҡлаған ике спортсы грек-рим көрәше буйынса ярышта ярымфиналға үтеп ҡыуандырҙы.

Көрәшселәребеҙ ярымфиналға сыҡты
Көрәшселәребеҙ ярымфиналға сыҡты

Улар — Белореттан Сәйет-Хөсәйен Бакаев һәм Өфөнән Адлан Әмриев. Ике көрәшсе лә һайлап алыу һәм сирекфинал алыштарын ваҡытынан алда тамамланы. 

63 килограмм ауырлыҡ категорияһында Сәйет-Хөсәйен Бакаевҡа Әзербайжандан Зия Бабашовты еңеү өсөн ярты минут етте.  Адлан Әмриев та хорват спортсыһы Кристиан Лукачты ҙур өҫтөнлөк менән еңә алды. 

Сирекфиналда Бакаев тәжрибәле Иран спортсыһы Иман Мөхәмәҙигә ҡаршы алышты. Тәүге раунд бик көсөргәнешле булды, әммә икенсе раундта Сәйет ышаныслы алымдар яһап, йәнә ваҡытынан алда еңеү яуланы. Әмриев та шулай уҡ үзбәк атлеты Шәхри Йорабаевты икенсе раунд һуңында еңеп ҡуйҙы.

Киске ярыш программаһында егеттәрҙең ярымфинал алыштары көтөлә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: