Спорт
31 Августа 2021, 04:55

«Алтын»ын да яуланы, рекорд та ҡуйҙы

Өфөнән йөҙөү буйынса спорт мастеры Богдан Мозговой Токиола алтын миҙал яуланы. 

«Алтын»ын да яуланы,  рекорд та ҡуйҙы«Алтын»ын да яуланы,  рекорд та ҡуйҙы
«Алтын»ын да яуланы, рекорд та ҡуйҙы

20 йәшлек йөҙөүсе терәк-хәрәкәт итеү аппараты зарарланғандар араһында арҡаға ятып 100 метрға йөҙөүҙә почёт пьедесталының беренсе баҫҡысына күтәрелде. Яҡташыбыҙ ошо араны 1 минут 01,65 секунд эсендә үтеп, паралимпия рекордын ҡуйҙы. Көмөш миҙалды — Белоруссия йөҙөүсеһе Егор Щелканов (+0,31 секунд), «бронза»ны Австрия вәкиле Тимоти Ходж (+0,51) алды.

Мозговойҙың миҙалы Рәсәй йыйылма командаһы өсөн 16-сы Паралимпиада «алтын»ы булды.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас