Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Сентябрь 2021, 10:07

Республикала спорт үҫеше өсөн мөмкинлектәр ҙур

Республикала Юниорҙар араһында көрәш буйынса донъя беренселеге үтте. Дөйөм иҫәп буйынса Рәсәй командаһы еңеү яуланы: туғыҙ алтын, ике көмөш һәм һигеҙ бронза миҙал. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Матч ТВ” телеканалына биргән әңгәмәһендә ярыш һөҙөмтәләре, спорт, Өфөлә барған донъя кимәлендәге ваҡиғалар, республика тәжрибәһен илгә таратыу һәм башҡалар тураһында һөйләне. Һеҙҙең иғтибарға ошо әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.

Республикала спорт үҫеше өсөн мөмкинлектәр ҙур
Республикала спорт үҫеше өсөн мөмкинлектәр ҙур

- Өфөлә Юниорҙар араһында көрәш буйынса донъя беренселеге үтте. Һеҙҙең тәьҫораттарығыҙ?

- Матур иҫтәлектәр, яҡшы тәьҫораттар ҡалды. Ойоштороусылар булғас, мин баһа бирә алмайым. Әммә ситтән күҙәтеүселәр – тәү сиратта Рәсәй Спорт көрәше федерацияһы һәм "Роспотребнадзор" идаралығынан коллегаларыбыҙ билдәләүенсә, ярыштарҙы ойоштороу юғары кимәлдә булды. Көрәшселәрҙең майҙанға сығыуына, көрәш барышына бәйле барлыҡ эштәр юғары баһа алды. Әлбиттә, мин бик ҡәнәғәтмен.

Был сара Башҡортостандың ғына түгел, тотош Рәсәйҙең спорт донъяһында сағыу ваҡиға булды. Юниорҙар араһындағы донъя беренселеге илебеҙҙә тәүге тапҡыр үткәрелде. Һәм беҙ үҙебеҙгә ниндәй яуаплылыҡ һалынғанлығын яҡшы аңлай инек.

Команда иҫәбендә Рәсәй беренсе урын яуланы. Грек-рим көрәше буйынса илдең йыйылма командаһы составында Башҡортостандан ике егеттең ҡатнашыуы беҙҙең өсөн икеләтә әһәмиәтле булды. Улар алтын миҙал яуланы. Был - беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ.

- Бөгөн республикала көрәш нисек үҫешә?

 - Мин көрәш менән шөғөлләнгән мәлдә республикабыҙҙа данлы тренерҙар плеядаһы бар ине. Ул ваҡытта был беҙҙең өсөн ҙур өҫтөнлөк ине. Ә хәҙер хәлдәр нисек? Беҙҙе ир-егет, спортсы итеп тәрбиәләгән тренерҙар олоғая, бер-бер артлы хаҡлы ялға китә. Улдарыбыҙға атайҙы ла, өлкән иптәште лә, кәңәшсене лә алмаштыра алырлыҡ яңы тренерҙар быуыны тәрбиәләү бик мөһим. Заманында остаздарыбыҙ беҙҙең өсөн тап шундай кешеләр ине. Был – бөгөн алып барған эштәребеҙҙең бер аңлатмаһы.

Элек беҙҙең барыһы ла бик ябай булған, хәҙерге замандағы экипировка ла юҡ ине. Үҙемдең тәүге ярышымды, беренсе тапҡыр көрәш келәменә сығыуымды яҡшы иҫләйем. Махсус аяҡ кейемебеҙ ҙә булманы, носки йәки чешки кейеп көрәшә инек. Көрәш өсөн триколар ҙа булманы. Барыһы ла ябай ине, һәм, ғөмүмән, был хаҡта уйламай ҙа торғайныҡ. Беҙҙең өсөн иң мөһиме – келәм. Хәҙер хатта ул да башҡа: бик тиҙ йәйелә, йыйып алына.

Минең өсөн профессионалдар тәрбиәләү түгел, ә мөмкин тиклем күберәк балаларҙы көрәшкә йәлеп итеү мөһимерәк. Тап шуға ла Рәсәй Спорт көрәше федерацияһының тәҡдимен хуплап ҡабул итеп, “Мәктәптәргә – спорт көрәше” проектын башлап ебәрҙек. Ул әле республиканың 62 белем усағында тормошҡа ашырылды ла инде. Йәғни, мәктәп программаһына ярашлы, билдәле сәғәттә уларҙың ҡарамағында – көрәш келәме, махсус әҙерлек үткән тренер һәм күнекмәләр. Балалар ҙур теләк менән шөғөлләнә. Шәхсән үҙем бер нисә мәктәптә булдым, был эштең яҡшы үҫешә барыуы күренеп тора.

Беҙҙең пландар бик ҙур. Әле, әйткәнемсә, 62 мәктәптә көрәш менән шөғөлләнәләр. Был - Рәсәй буйынса әлеге программаға ингән төбәктәр араһында иң ҙур күрһәткес. 2024 йылға спорт көрәше менән шөғөлләнгән мәктәптәр һанын 200-гә еткерергә ниәтләйбеҙ. Ундай ихтыяж бар.

ОЛИМПИАДА ҺӘМ ПАРАИМПИАДА ТУРАҺЫНДА

- Токиолағы уйындарҙа Башҡортостан спортсылары фехтование буйынса уңышлы сығыш яһаны. Республикала был спорт төрөн артабан үҫтереү буйынса ниндәй пландар бар?

- Республикабыҙҙағы фехтование мәктәбе көслөләрҙән һанала. Бында тренерҙарҙың, балаларҙы тәрбиәләгән энтузиастарҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Беҙҙә спорттың ошо төрө менән 1000-гә яҡын бала шөғөлләнә. Шуны ла әйтергә кәрәк, фехтование тотош республикала танылыу алмаған, бары тик ике ҡалала – Өфөлә һәм Нефтекамала ғына үҫешкән.

Беҙҙең фехтование оҫталарының – танылған спортсыларҙың һәм уларҙың тренерҙарының, Республика фехтование федерацияһының күптәнге, моғайын 10-15 йыл дауамындағы, хыялы бар – үҙебеҙҙең Фехтование һарайын төҙөү. Шуға күрә Олимпиада йомғаҡтары буйынса Аделина Заһиҙуллина һәм Тимур Сафин менән осрашыу барышында улар миңә ошо һорауҙы бирергә теләне, әммә мин уларҙы бүлдерҙем һәм: “Була! Төҙөйәсәкбеҙ!” – тип яуап бирҙем. Әлбиттә, был финанс йәһәттән көсөргәнеш, шулай ҙа аҡса табасаҡбыҙ. Фехтование һарайының ниндәй буласағын спортсылар үҙҙәре билдәләйәсәк, тип килештек. Ә беҙ уны төҙөйәсәкбеҙ. 2024 йылға был объектты тапшырырға тырышасаҡбыҙ. Беҙҙең фехтование оҫталары быға лайыҡ.

- Токиолағы уйындарға бәйле иң сағыу хәтирәләрегеҙ?

- Мин беҙҙең волейболсы егеттәрҙең көйәрмәне булдым. Улар ҙа, ҡыҙҙар ҙа бик матур бара ине. Күңелемдән, барыһы ла яҡшы булыр, тип өмөтләндем. Уларҙың уйындарын ҡараным. Мәҫәлән, Бразилия спортсылары менән ниндәй сағыу уйын булды!

Ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы гандболда алтын миҙалға бер аҙым ғына ҡалған ине. Миңә уйын ныҡ оҡшаны, шуға күрә, еңелһәк тә, ауыр тойғо булманы.

Һәм, әлбиттә, көрәш. Мин һәр алышты тигәндәй ҡараным. Заур Угуевҡа һоҡландым, финал алдынан алышта еңелдем тигәндә лә, ниндәйҙер тиңһеҙ ихтыяр көсө менән алға сыҡты.

Әле үҙем өсөн иң сағыуҙары булып иҫтә ҡалған мәлдәргә генә туҡталдым. Мәҫәлән, синхронлы йөҙөүселәр еңеүҙәр менән шатландырҙы. Художестволы гимнастиканы бигүк ҡарағым килмәне. Айырыуса судьяларҙың дәғүәле хөкөм итеүенә бәйле хәлдәр башланғас.

Дөйөм алғанда, мин бит - арыу уҡ йәшәгән һәм байтаҡ олимпиадаларҙы ҡараған кеше. Быныһына килгәндә инде, тамашасыһыҙ Олимпия уйындары – бик насар күренеш. Башҡаса улай булмаҫ, тип өмөтләнәм.

- Республикала паралимпия хәрәкәте нисек үҫешә?

- Илдең паралимпия йыйылма командаһы составын булдырыуҙа алдынғыларҙың береһе һаналабыҙ, тип әйтергә мөмкин. Тиҫтәләрсә йыл дауамында беҙҙә бик яҡшы тренерҙар командаһы һәм спортсылар әҙерләү системаһы барлыҡҡа килде. Үҙ мәлендә билдәле паралимпия спортсыһы Рима Баталова ил Президентына “беҙгә паралимпия үҙәге кәрәк” тип мөрәжәғәт иткәйне. Ошо арҡала 2019 йылда беҙ майҙаны 38 мең квадрат метрлыҡ ҡеүәтле Спорт әҙерлеге үҙәген сафҡа индерҙек. Унда паралимпиясылар өсөн дә бөтә шарттар булдырылған.

Шулай итеп, беҙҙә матди, методик база ла, тренерҙар ҙа, иң мөһиме – сағыу спортсылар, күп һанлы рекордсмендар, Паралимпия уйындары чемпиондары бар. Шуға күрә һөҙөмтәләр көтәбеҙ.

КИЛӘСӘКТӘ РЕСПУБЛИКАЛА ҮТӘСӘК ДОНЪЯ КИМӘЛЕНДӘГЕ ЯРЫШТАР ТУРАҺЫНДА

- Алдағы йылдарҙа Башҡортостан волейбол буйынса донъя чемпионатын һәм “Евразиада”ны ҡабул итәсәк. Әҙерлек нисек бара?

- Волейболға килгәндә, беҙ бер йыл дауамында әҙерлек алып барабыҙ. Әлбиттә, минең социаль объекттар төҙөүгә ҡағылышлы бик ҙур пландарым бар ине. Әммә, белеүегеҙсә, коронавирусҡа бәйле күп кенә ниәттәрҙе үҙгәртергә тура килде. Әле беҙҙең ҡарамаҡта Волейбол һарайының әҙер проекты бар. Мин уны Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһына ла күрһәттем, бик оҡшаттылар. Урын да һайлағанбыҙ. Стартҡа рөхсәт биреп, төҙөлөштө башларға ғына кәрәк. Был һарайҙы 2022 йылға төҙөп бөтөрбөҙ, тип өмөтләнгәйнем, сөнки ул 2019 йылда уҡ планға алынғайны. Әммә, үкенескә ҡаршы, килеп сыҡманы. Ә дөйөм алғанда, республикала чемпионатты уҙғарыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Бындай ярыштарҙы үткәреү йәһәтенән тәжрибәбеҙ ҙә етерлек. Барыһы ла яҡшы буласаҡ.

“Евразиада”ға килгәндә, уны уҙғарыу өсөн үҙебеҙ ныҡ тырыштыҡ. Евразия халыҡтары ассамблеяһы, Евразияның йәмәғәт ойошмалары менән эшләнек. 2025 йылда “Евразиада”ны үткәреү буйынса шәхсән үҙем бер нисә тапҡыр илдең Спорт министрлығына мөрәжәғәт иттем.

Был ни өсөн кәрәк? Башҡортостан Евразияның йөрәгендә урынлашҡан. Шуға күрә уның дәүләттәрен берләштергән сараларҙы тап Өфөлә үткәрергә теләр инек. Бының өсөн беҙҙә спорттың ҡышҡы һәм йәйге төрҙәре өсөн дә бөтә кәрәкле инфраструктура бар. Әле һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, спорт төрҙәрен билдәләйбеҙ. Ул да сағыу, ҡыҙыҡлы сара булыр тип ышанам.

СПОРТ ОБЪЕКТТАРЫ ҺӘМ ҮҪЕШЕ ТУРАҺЫНДА

- Башҡортостан – Рәсәйҙә спорт ҡоролмалары һаны буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе. Быға нисек өлгәштегеҙ һәм артабанғы пландарығыҙ ниндәй?

- Ысынлап та, шулай. Быны мин уйлап сығарманым. Ул – Рәсәйҙең Спорт министрлығы тарафынан аныҡ сығанаҡтарға таянып әҙерләнгән белешмә мәғлүмәт.

Әммә был минең генә хеҙмәтем түгел. Башҡортостандың элекке етәкселәре – Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов, Рөстәм Зәки улы Хәмитов һәм мин дә спорт объекттары төҙөүгә һәр ваҡыт айырым иғтибар бүлдек һәм бүләбеҙ. Элек райондарҙа физкультура-һауыҡтырыу комплекстары юҡ ине – улар төҙөлдө. Хәҙер һәр муниципалитетта бассейн булһын өсөн тырышабыҙ. Был эште әкренләп тамамлап барабыҙ. Хәҙер райондар үҙҙәрендә боҙ стадиондары булдырыуҙы һорай. Әлеге мәлдә ике боҙ аренаһы төҙөлөшө бара.

Һәр ваҡыт төҙөү – ул, әлбиттә, сығымдар талап иткән эш. Әммә республикабыҙ ҙа ҙур – дүрт миллиондан ашыу халҡы бар. Ошо үҙе үк спорт ҡоролмаларын күбәйтеүгә ихтыяж барлыҡҡа килтерә. Әммә булғаны ғына етмәй әле. Шуға күрә был өлкәлә эшләргә лә эшләргә.

Беҙҙә футбол манежы төҙөлә. Йыл аҙағында тағы бер матур спорт объектын – Гимнастика үҙәген тапшырабыҙ. Спорт көрәше үҙәге төҙөлөшөнә тотонабыҙ. Планда – Волейбол һарайы. Райондарҙа тағы 14 бассейн төҙөйһө бар әле.

Белеүегеҙсә, күп кенә спорт объекттары Советтар Союзы осоронда һалынған. Башҡортостандың йәки Рәсәйҙең ҙур булмаған ниндәй ҡалаһына барһағыҙ ҙа, унда стадион бар. Улар барыһы ла 1960 - 1980 йылдарҙа төҙөлгән һәм бөгөн бик насар хәлдә. Шуға күрә өс ҡалалағы стадионға етди реконструкция эштәре башланыҡ. Әгәр залдары, кейенеү бүлмәләре, йүгереү юлдары, хужалыҡ бүлмәләре булған ғәҙәти стадион булдырабыҙ тиһәк, ярты миллиард һум самаһы аҡса кәрәк. Тимәк, башҡараһы эштәр күп әле.

- Республикала балалар һәм күмәк халыҡ спорты нисек үҫешәсәк?

- Әгәр ҙур ҡалаларҙы алып ҡараһаҡ, уларҙа секциялар һаны етерлек. Балалар спорттың төрлө төрҙәре, хатта донъяла, илдә яңы барлыҡҡа килгәндәре менән дә шөғөлләнә ала. Муниципалитеттарҙа спорттың традицион төрҙәрен үҫтерәбеҙ, уларҙа шарттар булдырылған.

Ҡатмарлылыҡ тыуҙырған икенсе мәсьәлә бар: күмәк халыҡ спорты яҡшы тренер булған ерҙә үҫешә. Баланы спортҡа, физкультураға ылыҡтырыу – ҙур сәнғәт ул. Беҙ ошо йүнәлештә лә эшләйбеҙ. Өфөлә Башҡортостан физик культура институты бар. Тәүгеләрҙән булып “Ауыл тренеры” программаһын булдырҙыҡ. Йәш кеше ауыл ерендә эшләһен өсөн фатир һатып алыуға, ипотеканы ҡаплауға, автомобиль алыуға йәки квалификация күтәреүгә 600 мең һум күләмендә аҡса бирәбеҙ. Ошондай юлдар менән тренерҙарҙы, инструкторҙарҙы йәлеп итергә тырышабыҙ. Ауылдарҙа ла балалар үҫә. Улар ҙа хоккей, футбол, йөҙөү, көрәш, бокс менән шөғөлләнергә теләй. Тренерҙар етешмәй, быны яҡшы аңлайбыҙ. Шуға күрә уларҙың социаль статусы, матди ярҙам тураһында уйлай башланыҡ, сөнки хеҙмәт хаҡтары ҙур түгел. Ауырлыҡтар бар, улар өҫтөндә эшләйбеҙ.

“Ауыл тренеры” программаһы тураһында бер нисә тапҡыр Рәсәйҙең спорт министры Олег Васильевич Матыцин менән дә һөйләштек. Башланғыс уға оҡшай. Әле Олег Васильевич был программаны Рәсәй күләмендә ғәмәлгә индереү буйынса Хөкүмәт менән эш алып бара. Ул саҡта беҙгә лә еңелерәккә тура киләсәк. Әгәр федераль кимәлдә аҡса бүленһә, ярҙам алған тренерҙарҙың һанын арттырыу мөмкин булыр ине.

Сығанаҡ һәм фото: “Башинформ”.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: