Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Сентябрь 2021, 15:12

Башҡортостан Башлығы паралимпиясыларға миҙалдар өсөн аҡсаны тиҙ арала түләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың спорт министры Руслан Хәбибовҡа Токиола уҙған Паралимпиадала миҙалдар яулған Башҡортостан спортсыларына тиҙ арала приз аҡсаһын түләүҙе ойошторорға ҡушты.

Башҡортостан Башлығы паралимпиясыларға миҙалдар өсөн аҡсаны тиҙ арала түләргә ҡушты
Башҡортостан Башлығы паралимпиясыларға миҙалдар өсөн аҡсаны тиҙ арала түләргә ҡушты

«Олимпиада һәм Паралимпиада алдынан миҙалдар өсөн түләү суммаһын арттырыуыбыҙ бик яҡшы булды, — тине республика етәксеһе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. — Беҙҙең йөҙөү мәктәбе бик көслө. Тренерҙарға рәхмәт. Башҡортостан спортсылары биш алтын, өс көмөш һәм дүрт бронза миҙал яуланы. Руслан Таһир улы, паралимпиясыларға тиҙ арала аҡса түләүегеҙҙе һорайым».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Паралимпиада призёрҙарына Башҡортостан Республикаһынан приз аҡсаһы Олимпиада чемпиондарын һәм призёрҙарын матди бүләкләүҙән айырылмай. «Алтын» — 2 миллион һум, «көмөш» — 1,5миллион, «бронза» — 1 миллион һум. Тренерҙарға сумманың яртыһы түләнә.

Радий Хәбиров паралимпиясылар менән осрашырға теләүе хаҡында ла белдергәйне.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: