-3 °С
Болотло
Татарстанда 15-17 йәшлек үҫмерҙәр араһында билбау көрәше буйынса үткән Донъя Беренселегендә Олимпия икенсе тапҡыр донъя чемпионкаһы булды. Беренсе титулын ҡыҙ 2019 йылда яулағайны.
Яҡташыбыҙ. Белорет ҡыҙы өс алышта Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан чемпиондарын 6х0 иҫәбе менән еңде.
Олимпия ҡаланың 8-се мәктәбендә белем ала, чемпион күп йылдар атаһы Айҙар Махиянов менән шөғөлләнә.
Олимпия Махиянованы һәм ата-әсәһен еңеүе менән ҡотлайбыҙ, артабан да юғары үрҙәр теләйбеҙ.