Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Сентябрь 2021, 18:29

"Терра Башҡортостан"дың һуңғы этабы тамамланды

Үткән шәмбе Өфөнөң «Аҡбузат» ипподромында «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының һуңғы Х этабы уҙҙы. Бәйгелә Дыуан районы вәкиле еңеү яуланы. Ул республиканың Белорет, Краснокама райондары вәкилдәре менән ярышты.

"Терра Башҡортостан"дың һуңғы этабы тамамланды
"Терра Башҡортостан"дың һуңғы этабы тамамланды

Иҙел башы намыҫын беренсе этапта 6 һыбайлы яҡланы. Белореттар үҙ-ара сабышҡандан һуң, Винарис Вәлиев һәм Шайморат Ғәйфуллин һуңғы этаптың финалына сыҡты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, егеттәргә 9 октябрҙә үтәсәк финал ярыштарына үтергә бер нисә балл етмәне. Ике забег буйынса Шайморат Ғәйфуллин – III, Винарис Вәлиев IV урынды алды.

Райондың эшҡыуарҙары ипподром холында ойошторолған йәрминкәлә тамашасылар ҡатнашыусы райондарҙың тауар етештереүселәре продукцияһы менән таныштырҙы. Һәр ваҡыттағыса, башҡорт балын һәм милли эсемлек – ҡымыҙҙы тәмләп ҡарарға теләүселәр ҙә, һатып алыусылар ҙа күп ине. Александра Симонованың колбаса продукцияһын, Дмитрий Дубровскийҙың бал ассортиментын, “Башҡортостан тау үләндәре” йәмғиәтенең үлән сәйҙәрен, Айгиз Вәлиев крәҫтиән-фермер хужалығының ҡымыҙын тәмләп тә, һатып та алдылар.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: