Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Октябрь 2021, 12:10

Рәсәй чемпионатының алтынсы туры тамам

Шахмат буйынса суперфиналдың алтынсы туры тамамланды.

Рәсәй чемпионатының алтынсы туры тамам
Рәсәй чемпионатының алтынсы туры тамам

Ир-егеттәрҙән Никита Витюгов асыҡ турнирҙа лидерлыҡ һаҡлай. Ә Полина Шувалова Рәсәй чемпионаты суперфиналында ҡатын-ҡыҙ лидерҙарҙы ҡыуып етте.
Асыҡ турнирҙа Александр Мотылев менән Кирилл Алексеенко ҡыҙыҡлы партияны уйнаны. Һөҙөмтәлә, уйындар тигеҙ тамамланды.

Аҡтар менән уйнаған Максим Матлаков та уңышҡа өмөтө ҙур ине. Уның Александр Предке менән уйыны ла тигеҙ мәрәй йыйҙы.

Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа сәмле уйын күрһәтте. Полина Шувалова дәғүәсәһе Алина Биволды 48-се йөрөштән еңеп, турнир лидерҙарының береһе булды.

Ҡаралар менән уйнап Алина Кашлинская Марина Гусеваны еңде.

Рәсәй чемпионатының суперфиналдары Рәсәйҙең шахмат федерацияһы  һәм Елена менән Геннадий Тимченконың мәрхәмәтлек фонды тормошҡа ашырған "Музейҙарҙа шахмат" программаһы сиктәрендә уҙғарыла.

Фото: Этери Кублашвили

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: